Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2012, 14:33

Судтан СМС-хәбәр киләсәк

Тиҙҙән суд процестарында ҡатнашыусыларҙың кеҫә телефонына СМС-хәбәр киләсәк. Бы­ға тиклем почта аша ебәрелгән белдереү ҡа­ғы­ҙы бик оҙаҡ ваҡытты ала ине. Ошо сәбәпле йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙы. Башҡор­тостан Республикаһы Юға­ры Суды Суд департаменты идаралығы менән берлектә смс-хәбәр ебәреүсе ойошмалар менән регламент төҙөгән.

Атап әйткәндә, хә­ҙер административ, граждан һәм енәйәт судының үтеү урыны, көнө һәм ваҡыты хаҡында гражданға хәбәр киләсәк.
Әлеге ысулды ҡулланыу өсөн судта ҡатнашасаҡ кешенең ризалығы кәрәк. Абонент номеры, хәбәр тексы, уны ебәреү һәм барып етеүе тураһындағы отчет «дело»ның материалына ҡушыласаҡ.
Суд департаменты идаралығында әйтеүҙәренсә, ошо юл ваҡытты һәм бюджет аҡсаһын экономияларға булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта әлегә заказлы хаттар аша белдереү ебәреү ысулы һаҡланасаҡ.
Читайте нас: