Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2012, 14:38

Һәр бала бәхетле булыр өсөн тыуа

Балалары булған ғаиләләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу, йәмәғәтселек аңында ғаилә ҡиммәттәренең әһәмиәтен күтәреүҙең демографик проблеманы хәл итеүе мөмкин. Бының өсөн балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтеү, ауыр хәлдә ҡалған, шулай уҡ йәш ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советтың киңәйтелгән ултырышында һүҙ шул хаҡта барҙы. Совет ултырышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

– Ғаилә, балалар, ғаилә мөнәсәбәттәре – мәңге юғалмаҫ йәшәү ҡиммәте. Ғаилә сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү – дәүләт әһәмиәтендәге бурыс, – тип билдәләне республика башлығы.
Иң беренсе сиратта Рөстәм Хәмитов демографик хәлде яҡшыртыуға иғтибарҙы йүнәлтте. Уның әйтеүенсә, был мәсьәләлә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
− Былтыр республикала сабыйҙар үлеме – 3, әсәләр үлеме 20 процент­ҡа кәмегән. Был күрһәткестәр уртаса Рәсәй күрһәткесенән яҡшыраҡ, – тине ул.
Әммә шул уҡ ваҡытта тыуым да кәмегән, 2010 йылда мең кешегә 14 булһа, былтыр 13,7-гә ҡалған.
Президент әйтеүенсә, быйылдан республика табиптары ваҡытынан ныҡ иртә тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә көрәшәсәк. Әгәр ҙә әлегә тиклем ауырлығы 1 килограмдан артығыраҡ булған сабыйҙарҙы ғына һаҡлап алып ҡалыу хәстәрен күрһәләр, хәҙер 500 грамм ғына булып тыуғандарҙың да ғүмере өсөн көрәшәсәктәр.
Рөстәм Зәки улы күтәргән тағы бер проблема – аборттар процентының юғары булыуы. Былтыр республикала аборттар һаны 24 меңдән ашып киткән.
Республика башлығы балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ла эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү кәрәклегенә баҫым яһаны.
Читайте нас: