Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2012, 14:38

Өфөнөң мәҙәни йөҙө булырға тейеш

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Милли музейында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә Башҡортостан ҡалаларында архитектура ҡомарт­ҡыларын һаҡлау мәсьәләһен күтәр­ҙе. Унда мәҙәни мираҫты һаҡлау менән шөғөлләнгән ведомство вәкилдәре, тарихсылар, архитектор­ҙар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.– Архитектура мәсьәләһе бөгөн бик актуаль. Беҙ был өлкәлә барған процестарҙан ситтә ҡала алмайбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Милли музейында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә Башҡортостан ҡалаларында архитектура ҡомарт­ҡыларын һаҡлау мәсьәләһен күтәр­ҙе. Унда мәҙәни мираҫты һаҡлау менән шөғөлләнгән ведомство вәкилдәре, тарихсылар, архитектор­ҙар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
– Архитектура мәсьәләһе бөгөн бик актуаль. Беҙ был өлкәлә барған процестарҙан ситтә ҡала алмайбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн республика биләмәһендә биш меңдән ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар, шуларҙың 44-е – федераль, 1300 самаһы – төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡылар. Рөстәм Хәмитов уларҙың емерелә барыуын ҙур үкенес менән билдәләне. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, 300 архитектура һәйкәленең 140-ы юҡҡа сыҡҡан.
– Был – ҡарар ҡабул иткән һәм ҡабул итеүсе кешеләребеҙҙең дә, дөйөм алғанда, бөтә йәмғиәтебеҙҙең дә мәҙәниһеҙлеген күрһәтеүсе ғәйәт ҙур һан, – тип белдерҙе республика башлығы.
Быны республикабыҙҙың баш ҡалаһы миҫалында ла күрергә мөмкин. ҡаланың тарихи өлөшөндәге бихисап боронғо бина юҡҡа сыҡҡан, булғандары ла емерек хәлдә.
«Түңәрәк өҫтәл»дә, хоҡуҡи базаны ла индереп, программа формалаштырыуҙың төрлө аспекттары тикшерелде. Төбәк башлығы, Башҡор­тостандың закон сығарыусылары ҡыйыуыраҡ эш итергә тейеш, тигән фекерҙә. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар архитектура ҡомартҡыларын реставрациялауҙы финанслауҙың яңы сығанаҡтарын табыу, кисекмәҫтән ҡотҡарырға кәрәкле объекттар­ҙы билдәләү, Өфөлә һаҡлау талап ителгән яңы зоналар булдырыу, юҡҡа сыҡҡан архитектура мөхитен регенерациялау, Башҡортос­тандың ғилми ойошмаларының был өлкәләге муниципаль программаларҙы эшләүҙә ҡатнашыуы кеүек аныҡ тәҡдимдәр индерҙе.
Читайте нас: