Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2012, 15:19

Башҡорттоң нисә Ҡаһымы бар?

Ваҡыты-ваҡыты менән ваҡытлы матбуғатта ҡаһым түрәнең ҡайһы яҡтан булыуы тураһында бәхәсле мәғлүмәттәр күренгеләп ҡала.Берәүҙәр уның тыуып үҫкән яғын, Ауырғазы яҡтары, тип атаһа, икенселәре иһә, Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы, тип бәхәс ҡора. Минеңсә, ике төркөм дә дөрөҫлөктө һөйләй. Хикмәт ниҙә һуң был бәхәсле һорауҙа? Беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, ҡаһарман яугир, заманының айбарлы полководецы ҡаһым түрә − 1812 йылдағы француздар менән булған Ватан һуғышында ҡатнашып, дан алған оло тарихи шәхес.

Башҡорттоң нисә Ҡаһымы бар?
Башҡорттоң нисә Ҡаһымы бар?

Ваҡыты-ваҡыты менән ваҡытлы матбуғатта ҡаһым түрәнең ҡайһы яҡтан булыуы тураһында бәхәсле мәғлүмәттәр күренгеләп ҡала.
Берәүҙәр уның тыуып үҫкән яғын, Ауырғазы яҡтары, тип атаһа, икенселәре иһә, Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы, тип бәхәс ҡора. Минеңсә, ике төркөм дә дөрөҫлөктө һөйләй. Хикмәт ниҙә һуң был бәхәсле һорауҙа? Беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, ҡаһарман яугир, заманының айбарлы полководецы ҡаһым түрә − 1812 йылдағы француздар менән булған Ватан һуғышында ҡатнашып, дан алған оло тарихи шәхес.
Француз яуын баҫтырып, Европа илдәрендә башҡорт яугирын, башҡорт тоҡомло сыҙам аттарҙы күрһәтеп, башҡорттоң тылсымлы ҡурайын һыҙҙырып, «кеше ашаусы» башҡорттарҙың Европа илдәрендәге халыҡтарҙы дошмандан азат итеп, уларҙы таң ҡалдырып ҡайтыусы яугирҙарҙың бөйөк полководецы ул ҡаһым түрә. Ул тыумышы менән Ауырғазы яҡтарынан булырға тейеш.
Ә баймаҡтар, ҡаһым төп сығышы менән Баймаҡ яҡтарынан булған, тип ниңә яңылыша һуң?
Хәҙерге Әбйәлил районы биләмәһендә (элек ул ауыл Темәс улусына ҡараған) заманында «перспективаһыҙҙар» мөһөрө һуғылып, бөтөп барған ҡалмаҡ тигән ун йорттан торған бәләкәй генә бер ауыл бар. Халыҡ телендәге икенсе исеме – Мишәр ауылы. Борон бер олатайыбыҙ мишәр милләтле ҡыҙҙы кәләш итеп ауылға алып ҡайтҡан. Боронғо атай-олатайҙарыбыҙ хәҙерге кеүек «интернациональ ғаилә, ҡатнаш милләтле ғаилә» тип лаф өрмәгән, ә башҡорттоң ҡанын таҙа тоторға тырышҡан. Шуға күрә беҙҙең ауылды мыҫҡыллап «Мишәр» тип атай башлағандар.
Һүҙем ул хаҡта түгел әлегә. Ауылым күк Ирәндек тауҙарының көньяҡ-көнсығыш битләүендәге тауҙар араһында сылтырап аҡҡан, тештәреңде ҡамаштырырлыҡ һалҡын, көмөш һыулы Игетимер исемле йылғаны һыулап ята. Уның тәбиғәтен ожмахтың бер мөйөшөнә тиңләрлек хатта. Бына шул ҡалмаҡ ауылына етер саҡта, бер өс саҡрым тирәһе ер ҡалғас, үҫеп ултырған таштарға тап булаһың. Сәскән таш тип атай уны ерле халыҡ. Уларҙы кем ултыртҡан − хәҙер инде берәүгә лә билдәһеҙ. Үткән быуаттың 80-се йылдары баштарында ниндәйҙер үткенсе «археологтар» бер ташты ҡаҙып та сығарып һалғайны, күрәһең, хазина эҙләгәндәрҙер, тапмағас, ҡалғандарына теймәгәндәр. Мәрхүм Бикйән ағай Бикҡолов ҡатнашлығында ул ташты урынына кире урынлаштырып ҡуйҙылар. Сәскән ташты үткәс, юлыбыҙҙың уң яғында Йәүкәй мороно тигән тау ятып ҡалыр. Яңылышмаһам, Фәрит Иҫәнғоловтың бер әҫәрендә ҡаҙаҡтарҙың Еҙүкәй исемле ханы ғәскәр менән башҡорттарға яу баҫып килгәне һүрәтләнә. Ана шул Еҙүкәй хандың штабы һәм ғәскәре ошо тауҙа урынлашҡан булған инде. Яйлап-яйлап Еҙүкәй халыҡ телендә «Йәүкәй» булып ҡалған. Тауҙың көнсығыш битләүендә беленер-беленмәҫ кенә булып хәҙерге ваҡытта өс ҡурған ята (хәҙер өҫтәрендә трактор менән шатырлатып йөрөп бесән сабалар). Мәрхүм атайым Сәмиғулла Сафиндың һөйләүе буйынса, был ҡурғандар ҡаҙаҡ яугирҙарының туғандар ҡәберлектәре булып сыға. Ауылдан сығып, бер саҡрымдай ара үткәс, юлыбыҙҙың уң яғында, Үрге тауҙың көнбайышында бер ҡая таш теҙмәһе булыр (ғөмүмән, Ирәндек, ҡырҡты тауҙары төрлө ҡаяларға, тау-ташҡа бик бай. Боронғо халыҡ телендәге риүәйәттәргә ышанһаң, Хоҙай Тәғәлә иләктән иләп Урал тауҙарын яһағандан һуң, иләгенең төбөндә ҡалған таштарын ҡырғараҡ айырып һибеп ҡуйған икән, шул таштарҙан Ирәндек, ҡырҡты тауҙары барлыҡҡа килгән. Урал тауҙарында ул хәтлем таш юҡ бит ул, ә беҙҙә ташһыҙ урын юҡ, тип әйтһәң, һис тә хата булмаҫ).
Бына шул Үрге тауҙың моронондағы ҡая таш теҙмәһе аҫтында ике таш бер-береһенә һөйәлеп, ҡыуыш барлыҡҡа килтереп тора. Халыҡ уны Өләсәй ҡыуышы тип йөрөтә. Яу ваҡытында шул ҡыуышта бер батыр башҡорт ҡатыны уҡ-һаҙаҡ алып йәшеренә һәм тау моронона аттарҙа һыбай сабып килгән дошманды берәмләп сүпләп кенә уҡтан үткәреп ултыра. Атайым мәрхүмдең һөйләүе буйынса, һигеҙ мәүкиренең башына етә ул.
Ул ерҙәрҙән һуң тағы бер саҡрым юл үтеп, йылғаны аша сыҡһаң, Үлек түше тигән тауға етербеҙ. Хәҙерге ваҡытта Үлек түшенең көнсығыш итәгендә оло ғына зыярат бар. Яу мәлендә иле-ере өсөн үҙ йәнен аямай дошмандары менән алышып йәнен фиҙа ҡылған башҡорттоң батыр яугир улдары ята был ҡәберлектә. Алыш шул хәтлем ҡаты һәм көсөргәнешле булғандыр инде, тау итәге тотошлайы мәйеттәр менән тулған булғанға күрә шундай исемде йөрөтә лә инде был урын. Үлек түшенән саҡ ҡына көньяҡ-көнбайыштараҡ Ирәндек тауы итәгенән бер бәләкәй генә шишмә сылтырап ағып, Игетимер йылғаһына ҡоя. Халыҡ телендә ул шишмәнең исеме ҡанды йылға. Яу шул хәтлем аяныс булған, яугир-мәүкәләрҙең ҡаны хатта йылға булып аҡҡан, шунан ҡалған да инде ул шишмә урындағы диалект буйынса ҡанды йылға булып.
Ошо оло яу булып үткән ерҙәр­ҙән алыҫ та түгел Күк Ирәндек тауҙарының һыртында болоттар­ға олғашып, ғорур башын юғары күтәреп, бер ҙур ғына ҡая таш тора. ҡаһым ташы булыр уның исеме. ҡаһым батыр башҡорт батырҙары менән төйәк иткән ҡая таш ул. Башҡорт ғәскәрҙәре шуның тирә-яғында урынлашып, лагерь ҡороп ятҡан булған. Ваҡыт тигән нәмә бик аяуһыҙ үтә тора, нисәмә быуат уҙған инде был яуҙарҙың булып үтеүенә. Әммә халыҡ үҙ батырҙарын онотмай, быуаттан-быуатҡа, телдән-телгә күсерә килә тарих биттәрен. Үҙ ҡаһармандарына арнап йырҙар сығара, бәйеттәр бәйән итә, ил-йортҡа, ер-һыуға батыр улдарының исемдәрен биреп, уларҙың ҡаһарманлыҡтарына мәңге дан йырлай.
Ә Иҫәнбәт ауылына килһәк, ул хәҙерге көндә Баймаҡ районына ҡарай, ошо уҡ күк Ирәндек тауҙарын төйәк иткән, мин һүрәтләгән яу яландарынан 25 − 30 саҡрым тирәһендә ятҡан ауыл булыр.
Ғалим-тарихсыларға, археологтарға, этнографтарға, теләктәре булһа, эҙләнәһе, табаһы, киләсәк быуындарға һаҡлап алып ҡалаһы, аңлатаһы һәм еткерәһе эштәр бик күп әле беҙҙең башҡорт илендә. Һәр бер тау-таш, ер-һыу атамаһы үҙе бит оло тарих һаҡлай. Беҙгә ул китаптың биттәрен асып уҡыйһы ғына ҡала. Хәҙер ваҡытында асып уҡымаһаҡ, тарих сылбыры өҙөлөп, үҙ тарихыбыҙҙы мәңгегә юғалтыуыбыҙ бар.

Әнүәр САФИН.
Әбйәлил районы,
Мәхмүт ауылы.
Читайте нас: