Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2012, 15:45

Яҡшы баһаланылар

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостанда үткән Рәсәй Президентын һайлауға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙарға юғары баһа бирҙе. БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев исеменә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповалдан, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Рәсәйҙәге башҡарма комитетының күҙәтеүселәр миссияһы составында республикалағы һайлауҙарҙы күҙәткән ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәренән хат килгән. Бөтә хаттарҙа ла Башҡортостанда һайлауҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы билдәләнгән һәм яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелгән.

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостанда үткән Рәсәй Президентын һайлауға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙарға юғары баһа бирҙе.
БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев исеменә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповалдан, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Рәсәйҙәге башҡарма комитетының күҙәтеүселәр миссияһы составында республикалағы һайлауҙарҙы күҙәткән ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәренән хат килгән. Бөтә хаттарҙа ла Башҡортостанда һайлауҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы билдәләнгән һәм яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелгән.
Башҡортостан биләмәһендә һайлауҙар барышын 17 халыҡ-ара күҙәтеүсе тикшергәйне. Уларҙың унауһы Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма вәкилдәре булһа, алтауһы – БДБ илдәре вәкиле, береһе – «Берләшкән Германия» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Улар һәр участкала ҡуйылған видеокүҙәтеү системаһын айырыуса юғары баһаланы.
Күҙәтеүселәр, Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Стәр­летамаҡ һәм Ғафури райондарында һәм республиканың тағы бер нисә төбәгендә эшләгән.
Читайте нас: