Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды. Төбәк башлығын «Приютовский» спорт-һауыҡтырыу комплексы менән таныштырҙылар, унда яңы бассейн сафҡа индерелгән.
Бассейнда көнөнә 160 кеше шөғөлләнә ала. Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов тренажерҙар һәм дзюдо залдарын ҡараны, төҙөлөш эштәре сифатының юғарылығын билдәләне.
Бассейнды асыу тантанаһында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов быйыл Приютта япмалы һырғалаҡ төҙөләсәген әйтте. Был − ҡасабала сираттағы спорт объекты.
– Халыҡҡа еңелерәк, яҡшыраҡ булһын өсөн эшләргә кәрәк. Бындай объекттар – спорт, күңел асыу йәки торлаҡ йорт булһынмы – даими рәүештә сафҡа индерелергә тейеш. «Газпром» – яҡшы компания, «Баштрансгаз» – был компанияның яҡшы бүлексәһе. Бергә күп нәмә башҡара аласаҡбыҙ әле, тип уйлайым, – тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында 28 ғинуарҙа газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләр өсөн күп фатирлы торлаҡ йортто төҙөү барышын тикшерҙе. Ул ваҡытта 16 ғаилә йортһоҙ ҡалғайны. Президент ҡушыуы буйынса 31 ғинуарҙа яңы йорт төҙөлә башланы. 15 майҙа объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта эштәр план буйынса бара һәм 61 процентҡа үтәлгән.