Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2012, 15:45

Гүзәл заттар партияға берләшә

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар партияһы барлыҡҡа килде. Уның ойоштороу йыйылышы Мәскәүҙә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы сигендә үтте. Конференцияла республика исеменән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси партияһын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итеү партияларҙы теркәү тураһындағы ҡануниәтте ябайлаштырыуға бәйле. Әйткәндәй, бындай партия 1990 йылдарҙа булған.

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар партияһы барлыҡҡа килде. Уның ойоштороу йыйылышы Мәскәүҙә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы сигендә үтте.
Конференцияла республика исеменән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси партияһын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итеү партияларҙы теркәү тураһындағы ҡануниәтте ябайлаштырыуға бәйле. Әйткәндәй, бындай партия 1990 йылдарҙа булған.
− Конференция барышында башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәрем менән аралашып, уларҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау алдынан үткәрелгән праймеризда күп ҡатындарҙың уңышлы ҡатнашҡаны тураһында белдем, − тип һөйләй Рәшиҙә Солтанова. − Әммә улар депутатлыҡҡа үтмәгән. Башҡортостандан Дәүләт Дума­һына һайланған депутаттар араһында өс ҡатын булыуы тураһында һөйләгәс, конференцияла ҡатнашыусылар ныҡ аптыраны. Күп төбәктәр­ҙә бер ҡатын да парламентҡа һайланмаған. ҡатын-ҡыҙҙар партияһы беҙҙең хоҡуҡтар­ҙы яҡлай аласаҡ һәм бындай ғәҙел­һеҙлеккә юл ҡуймаясаҡ, тип ышанам.
Яңы партияның уставы һәм программаһы ҡабул ителәсәк, Башҡортостанда ла уның бүлексәһе булдырыласаҡ. Партияның төбәк бүлексәһе структураһы тураһында ҡарар Өфөлә тиҙҙән уҙғарыласаҡ йыйылышта ҡабул ителә.
Читайте нас: