Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2012, 15:46

Донъя яңылыҡтары

Юғалған малай табылдыПермь халҡы үткән аҙнала билдәһеҙ кешеләр тарафынан урлан­ған Илья Ярополовты эҙләне. 7 йәшлек ма­лайҙы балалар баҡсаһынан урла­ғайнылар. Шөкөр, Ильяны иҫән-һау килеш автобус туҡталышында табып алдылар. Табиптар әйтеүенсә, малайҙы яҡшы шарттарҙа тотҡандар, уның һаулығына зыян килмәгән. Хәҙер Ильяны урлаған кешеләрҙе асыҡлап, яза бирәһе генә ҡалды. Әле урындағы полиция ошо енәйәт эше буйынса өс кешене ҡулға алған, улар малайҙы урлауҙы ойоштороу­ҙа ғәйепләнә. Әйткән­дәй, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы буйынса, урланған кешене үҙ теләге менән иреккә ебәреү­селәр­ҙең яуап­лылыҡтан азат ителеүе лә ихтимал. Әлбиттә, бынан алда кеше урлаусылар менән етди һөйләшеү буласаҡ.

Юғалған малай табылды

Пермь халҡы үткән аҙнала билдәһеҙ кешеләр тарафынан урлан­ған Илья Ярополовты эҙләне.
7 йәшлек ма­лайҙы балалар баҡсаһынан урла­ғайнылар. Шөкөр, Ильяны иҫән-һау килеш автобус туҡталышында табып алдылар. Табиптар әйтеүенсә, малайҙы яҡшы шарттарҙа тотҡандар, уның һаулығына зыян килмәгән. Хәҙер Ильяны урлаған кешеләрҙе асыҡлап, яза бирәһе генә ҡалды. Әле урындағы полиция ошо енәйәт эше буйынса өс кешене ҡулға алған, улар малайҙы урлауҙы ойоштороу­ҙа ғәйепләнә. Әйткән­дәй, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы буйынса, урланған кешене үҙ теләге менән иреккә ебәреү­селәр­ҙең яуап­лылыҡтан азат ителеүе лә ихтимал. Әлбиттә, бынан алда кеше урлаусылар менән етди һөйләшеү буласаҡ.

Закон боҙоуҙар күп

1 апрелдә Ярославль ҡалаһында икенсе турҙа мэр һайланылар.
Тауыш биреү 269 һайлау пунктында үткән. Урындан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала хакимиәте башлығын билдәләү өсөн ойошторолған һайлауҙың икенсе турында закон боҙоу­ҙар күп булған. Әле ошоға ҡағылышлы ялыуҙарҙы тикшереү бара. Ярамаған ваҡытта агитациялар алып барыу, хатта һайлау­сылар­ҙы “һатып алыу” кеүек закон боҙоуҙар буйынса ялыуҙар бар. Алдан иҫәпләп сығарыуҙар буйынса, оппозиция тәҡдим иткән кандидат, партияһыҙ Евгений Урлашов быға тиклем мэр вазифаһын башҡарған эшҡыуар Яков Якушевты еңеп сыҡҡан.

Вәхшилек

Үкенескә күрә, март аҙағы сабый­ҙарға ҡаршы йүнәлтелгән енәйәттәр менән иҫтә ҡаласаҡ.
Брянск ҡалаһын тетрәндергән ҡот осҡос хәл – туғыҙ айлыҡ сабый­ҙың үлтерелеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. 31 йәшлек ир, эсеп ҡайтып, балаһын һуғып үлтергән һәм эҙен юйыу өсөн сабыйҙы яндырып, башҡа кешенең ҡәберенә күмеп ҡуйған.
Шуныһы айырыуса үкенесле: әсә ирҙең ғәйебен йәшереү өсөн ҡыҙын “урлау”ҙы ойошторған. Һөҙөмтәлә “юғалған” сабыйҙы меңләгән кеше нисәмә көн эҙләне, ата-әсәнең ҡайғыһын уртаҡлаштылар. Хәҙер балаһын үлтергән иргә оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултырыу янай. Әсә лә язаһыҙ ҡалмаясаҡ.

Тыныслыҡ юҡ

Муаммар Каддафиҙан ҡотолоу ғына Ливияға тыныслыҡ алып килмәне.
Хәҙер был илдә ғәрәптәр һәм ҡара тәнле кешеләр араһында һуғыш бара. Бер аҙна эсендә генә бәрелештәрҙә 150 кеше һәләк булған.
Халыҡ нефть һатыуҙан килгән килемде бүлешә алмай ҡаңғыра. Әгәр тиҙ арала был низағты туҡтатмаһалар, Ливияла граждандар һуғышы башланыуы ихтимал. Етмәһә, ундағы ығы-зығы башҡалар­ға ла насар тәьҫир итә − Малиҙа йәшәүселәр ҙә, азатлыҡ көҫәп, баш күтәрә башлаған.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: