Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 14:36

Өс һөйләм менән

Халыҡ-ара “Өфө” аэропортынан Прагаға даими яңы рейс асылды. Үткән аҙнала беҙҙән Чехияға 90 пассажир осто ла инде, ә инде был илдән тәүге рейста Өфөгә билдәле “Энигма” музыкаль төркөмө килде. “Өфө − Прага − Өфө” маршруты буйынса рейстар аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм кесе йомала буласаҡ.

Халыҡ-ара “Өфө” аэропортынан Прагаға даими яңы рейс асылды. Үткән аҙнала беҙҙән Чехияға 90 пассажир осто ла инде, ә инде был илдән тәүге рейста Өфөгә билдәле “Энигма” музыкаль төркөмө килде. “Өфө − Прага − Өфө” маршруты буйынса рейстар аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм кесе йомала буласаҡ.

Кисә Өфөнөң “Тулҡын” май­ҙанында халыҡ “ҡоштар һәм кешеләр өсөн бергәләп” тип аталған матур байрамға йыйылды. Улар йырлы-моңло концерт ойошторҙо, ағастарға тағараҡтар элде. Яҡшы кәйефте һаҡлау, көс йыйыу һәм йылыныу өсөн майҙанда ялан кухняһы ла эшләне.

Яҙғы ташҡынға һанаулы ғы­на көндәр ҡалды. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ныҡ ташҡан хәлдә беҙҙә 61 тораҡ пунктының, шул иҫәптән Өфө менән Стәрлетамаҡ ҡалаларының да зыян күреүе ихтимал. Һыу ташыуын контролдә тотоу өсөн Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы булдырылған.

Йәкшәмбелә Бүздәк райо­нында 16 фатирлы ике ҡатлы ағас йорт тулыһынса янып бөткән. Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла ҡотҡарылған, һәләк булыусылар юҡ. Янғын арҡаһында 44 кеше торлаҡһыҙ ҡалған, улар араһында 23 бала бар.

Үткән ял көндәрендә республикала 10 янғын осрағы теркәлгән, ике районда ике кеше янып үлгән. Янғын арҡаһында бер миллион 512 мең һум тирәһе матди зыян килгән, уны һүндереү өсөн 63 янғын һүндереүсе һәм 22 берәмек техника йәлеп ителгән. Янып үлгән кешеләр­ҙең икеһен дә һаҡһыҙлыҡта һәм иғтибарһыҙлыҡта ғәйеп­ләй­ҙәр.

Әле “Башҡортостан” милли паркында Бөтә Рәсәй “Йыл ҡошо” акцияһына арналған саралар үтә. Акция барышында ҡоштарҙы һүрәткә төшөрөү, улар өсөн тағараҡтар эшләп элеү конкурстары ойошторола. Бынан тыш, уҡыусылар төрлө йомаҡтар сисеү, интерактив һорауҙарға яуап биреү буйынса ла ярыша, байрамда ҡатнаша.

Башҡортостанда эшләнгән тауарҙарҙы танытыу өсөн йүнәлтелгән «Үҙебеҙҙекен һайла – йәнтөйәктекен һатып ал!» акцияһы сигендә «Башҡортостан продукты» эмблемаһына конкурс иғлан ителә. Һайлап алынған эмблема беҙҙең тауарҙарҙы төргәндә ҡулланыласаҡ, еңеүсегә 10 мең һумлыҡ сертификат биреләсәк. ҡатнашыу өсөн ғаризалар 6 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Көньяҡ Урал тәбиғәтен һаҡлауға 282 миллион һум аҡса бүленде. Уны 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән Көньяҡ Урал зонаһы райондарын иҡтисади яҡтан комплекслы үҫтереү программаһын бойомға ашырыу сигендә бүлергә ҡарар ителгән. Күҙаллауҙар буйынса, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең бысранған ерҙәрен санациялау (һауыҡтырыу), Төйәләҫ ятҡылығында карьер һыуҙарын таҙартыу ҡаралған.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: