Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 14:40

Президент – Бөрйәндә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрйән районына барҙы. Бында районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә лә үткәрелде.Төбәк башлығы Яңы Собханғолда урындағы мәктәп торошон ҡараны. 1966 йылда төҙөлгән бина ныҡ иҫкергән, капиталь ремонт талап ителә. Рөстәм Хәмитов уҡытыусылар менән аралашты, уҡыусылар­ҙың уңыштары менән дә ҡыҙыҡһынды һәм мәктәпкә яңы бина төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Был учреждениела Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан 82 бала белем ала.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрйән районына барҙы. Бында районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә лә үткәрелде.
Төбәк башлығы Яңы Собханғолда урындағы мәктәп торошон ҡараны. 1966 йылда төҙөлгән бина ныҡ иҫкергән, капиталь ремонт талап ителә. Рөстәм Хәмитов уҡытыусылар менән аралашты, уҡыусылар­ҙың уңыштары менән дә ҡыҙыҡһынды һәм мәктәпкә яңы бина төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Был учреждениела Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан 82 бала белем ала.
Рөстәм Хәмитов Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан «Морат туғайы» туристик ял йортонда булды. Ял базаһы ике йыл элек төҙөлә башлаһа ла, финанс мәсьәләһе арҡаһында 2011 йылда төҙөлөш эштәре туҡтатылған. Барлығы 37 миллион һум аҡса тотонолған, төҙөлөштө тамамлау өсөн йәнә 40 миллион һум аҡса кәрәк. Ял итеү базаһы 92 урынға иҫәпләнгән. Рөстәм Хәмитов туристик комплексты артабан үҫтереү мәсьә­ләһен үҙ контроленә алды. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән «Морат туғайы» кемпингы Бөрйән районы муниципалитеты ҡарамағында иҫәпләнә.
Иҫке Собханғол ауылында Президент «Бөрйән урман сәнәғәте» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Фабрика ағас әҙерләү менән шөғөлләнә һәм мебель эшләү өсөн материалдар етештерә. Рөстәм Хәмитов предприятиеның финанс хәле менән ҡыҙыҡһынды. Һуңғы иҡтисади күрһәткестәр буйынса, рентабеллек әлегә бер процент тәшкил итә. Предприятие етәкселеге етештереү күләмен арттырыу һәм яңы ҡорамалдар һатып алыу иҫәбенә балансты яҡшыртырға йыйына.
Читайте нас: