Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 14:37

Донъя яңылыҡтары

Донъя именлеген хәстәрләпСеулда илленән ашыу ил лидеры көнүҙәк мәcьәлә – донъяла ядро хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьә­ләһе буйынса саммитҡа йыйылды. Бында һүҙ Иран һәм Төньяҡ Кореяның ядро программалары хаҡында ғына барманы, былтыр Японияла булған техноген һәләкәттең ҡабатланыуын булдырмау темаһы ла күтәрелде. Шулай уҡ радиоактив материалдарҙың террорсылар ҡулына эләгеүенә юл ҡуймау мәсьәләһе ҡаралды. Был саммитта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та ҡатнашты. Ул АҡШ Президенты Барак Обама менән ПРО проблемаһы һәм Сүриәләге хәл-торош хаҡында һөйләшеү уҙғарҙы.

Донъя именлеген хәстәрләп

Сеулда илленән ашыу ил лидеры көнүҙәк мәcьәлә – донъяла ядро хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьә­ләһе буйынса саммитҡа йыйылды.
Бында һүҙ Иран һәм Төньяҡ Кореяның ядро программалары хаҡында ғына барманы, былтыр Японияла булған техноген һәләкәттең ҡабатланыуын булдырмау темаһы ла күтәрелде. Шулай уҡ радиоактив материалдарҙың террорсылар ҡулына эләгеүенә юл ҡуймау мәсьәләһе ҡаралды. Был саммитта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та ҡатнашты. Ул АҡШ Президенты Барак Обама менән ПРО проблемаһы һәм Сүриәләге хәл-торош хаҡында һөйләшеү уҙғарҙы.

Ризаһыҙлыҡ белдерә

Меңдән ашыу Пакстан халҡы, НАТО подразделениеларының илдән сығып китеүен талап итеп, ризаһыҙлыҡ белдергән.
Улар ил биләмәһендә АҡШ-тың үҙҙәренең ғәскәрҙәре өсөн тағы ла транспорт коридоры асыуына ҡаршы. Был юл күрше Афған­стандағы Америка хәрбиҙәренә медикамент, аҙыҡ-түлек, боеприпас тапшырыу өсөн булдырылған. Бынан алда әлеге юл, Американың Хәрби-һауа көстәренең блокпосҡа авиаһөжүмендә 24 Пакстан хәрбие һәләк булғас, бер аҙға ябылғайны.

Бүләк түгел, бәлә

Дондағы Ростов ҡалаһынан Ольга Филина, Мария Аристова һәм Ольга Демьяненко Дубай аэропортында ҡулға алынған.
Уларҙы ялған доллар эшләүҙә, һаҡлауҙа һәм йөрөтөүҙә ғәйепләй­ҙәр. Һорау алғандан һуң уларҙы полиция участкаһындағы камераға бикләп ҡуялар. Яҡташтарыбыҙ 12 мартта Дубайға ял итергә килгән, ә 17 мартта Мария Аристованың тыуған көнөнә әхирәттәре Дондағы Ростовта уҡ алынған сувенир долларҙарҙы бүләк итә. Ә уныһы бүләкте ҡунаҡханала ҡалдырып китә. ҡатын-ҡыҙҙар аэропортҡа юлланғас, йыйыштырыусы сувенир аҡсаны табып ала ла, был хаҡта ҡунаҡхана директорына еткерә. Ә ул үҙ сиратында полицияға хәбәр итә.
Әлеге мәлдә ҡатын-ҡыҙҙар камеранан сығарылған, улар суд ҡарарын көтә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәрендә ялған аҡса өсөн ҡаты яза индерелгән.

“Татлы” моделдәр

Португалия кондитерҙары һәм дизайнерҙары үҙенсәлекле ижад емеше менән ха­лыҡты шаҡ ҡатыр­ған.
Обидос ҡалаһындағы фестивалдә подиумға шоколадтан “тегелгән” күлдәк кейгән моделдәр сыҡҡан. Уларға һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тура килгәндер, юҡһа шоколад тиҙ генә ирер ине. Сығыштан һуң күлдәктәрҙе ашамағандар – улар күргәҙмә экспонаттарына әүерелгән.

Кемдә нимә ҡайғыһы…

31 мартта Львов ҡалаһы халҡы, берәҙәк хайуандарҙы яҡлап, акция ойошторасаҡ.
Әлеге мәлдә ҡалала 15 мең берәҙәк эт һәм бесәй иҫәпләнә. Украинала "Евро – 2012" футбол чемпионатын үткәреүҙә улар ҙур проблема тыуҙыра икән. Шуға күрә уларҙы ҡыра башлағандар. Әммә халыҡ хайуандарҙы ҡанһыҙ үлтереүгә ҡаршы сыҡҡан. Ил хөкүмәте эттәргә приют төҙөү өсөн 30 миллион гривна бүләсәге хаҡында хәбәр иткән.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: