Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 14:29

Һаумы, политрук!

Хоҡуҡ һаҡлаусылар РФ Эске эштәр министрлығына полицияла булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ҡайһы бер тәҡдимдәр индер­ҙе. Уларҙың фекеренсә, полицияның ойоштороу штатына политрук вакансияһын индереү дөрөҫ буласаҡ. Был офицерҙар ҡул аҫтындағыларҙың әхлАҡи тәрбиәһе өсөн яуап бирәсәк. ҡаҙанда булған хәлдән һуң был тарафҡа көс структуралары ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙа юлланды. Төрлө язалауҙарҙан зыян күреүселәргә булышлыҡ итеүсе «ҡаршылыҡ» хәрәкәте лидеры Ольга Костина ла, ҡаҙанға килеп, урындағы полиция эшенә баһа бирҙе. Уның билдәләүенсә, штатты ҡыҫҡартыу арыу ғына «бәкәлгә һуҡҡан», хатта Мәскәүҙең енәйәти эҙләү бүлегендә кешеләр 15 процентҡа етмәй. Ошо хәл дә Татарстандың баш ҡалаһындағы фажиғәгә килтереүе ихтимал. Етмәһә, полицияның шәхси составы менән бөгөн берәү ҙә эшләмәй. Политрук иһә шул вазифаны башҡарасаҡ, ул командир ҙа, психолог та, кәрәккәндә атай ҙа булырға тейеш.

Һаумы, политрук!
Һаумы, политрук!

Хоҡуҡ һаҡлаусылар РФ Эске эштәр министрлығына полицияла булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ҡайһы бер тәҡдимдәр индер­ҙе. Уларҙың фекеренсә, полицияның ойоштороу штатына политрук вакансияһын индереү дөрөҫ буласаҡ. Был офицерҙар ҡул аҫтындағыларҙың әхлАҡи тәрбиәһе өсөн яуап бирәсәк.
ҡаҙанда булған хәлдән һуң был тарафҡа көс структуралары ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙа юлланды. Төрлө язалауҙарҙан зыян күреүселәргә булышлыҡ итеүсе «ҡаршылыҡ» хәрәкәте лидеры Ольга Костина ла, ҡаҙанға килеп, урындағы полиция эшенә баһа бирҙе. Уның билдәләүенсә, штатты ҡыҫҡартыу арыу ғына «бәкәлгә һуҡҡан», хатта Мәскәүҙең енәйәти эҙләү бүлегендә кешеләр 15 процентҡа етмәй. Ошо хәл дә Татарстандың баш ҡалаһындағы фажиғәгә килтереүе ихтимал. Етмәһә, полицияның шәхси составы менән бөгөн берәү ҙә эшләмәй. Политрук иһә шул вазифаны башҡарасаҡ, ул командир ҙа, психолог та, кәрәккәндә атай ҙа булырға тейеш.
Мәскәү эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең профсоюз рәйесе Михаил Пашкин да әлеге яңылыҡты хуплай. Тик ул был политруктарҙы тәғәйенләргә түгел, ә һайларға кәрәклеген белдерә.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә тәүге политруктар 1917 йылда, Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килә лә СССР тарҡал­ғанға тиклем ғәмәлдә ҡала. Рәсәй армияһында иһә тәрбиәүи функция командирҙарҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарына йөкмәтелә.

А. АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас: