Мәскәүҙә үткән Етенсе халыҡ-ара «Интурмаркет − 2012» туристик күргәҙмәһендә ил баш ҡалаһының Туризм, ҡунаҡхана хужалығы буйынса комитеты менән Башҡортостандың Эш-ҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы даими вәкиллеге тарафынан эске туризмды үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
Был документтың маҡсаты – эске туризм үҫеше процесында идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн берлектә эш алып барыу.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, әлеге килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың әһәмиәтен Мәскәү яғынан да, республикала ла берҙәй яҡшы аңлайҙар. Был ике яҡтың иҡтисады өсөн дә мөһим.