Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2012, 15:00

Өс һөйләм менән

Дәүләт-ара «Мир» телерадикомпанияһы республикабыҙҙың «айыҡ» ауылдары тураһында программа әҙерләгән. «Башҡортостан ауылдары айыҡлыҡта ярыша» тип аталған программала Әбйәлил районы һәм Сибай ҡалаһы ҡала округына ҡараған ауыл төшөрөлгән. Әйткәндәй, Башҡортостандың «айыҡ» ауылдары хаҡында быға тиклем дә НТВ, ТВЦ дөйөм федераль каналдары репортаж күрһәткәйне.

28 мартта Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты публицист, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрҙең ижад кисәһен үткәрә. Сара шағир­ҙың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторола. Кисә баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

2012 йылда Башҡортостан урмандарының 8 меңдән ашыу гектарында таҙартыу эштәре башҡарыласаҡ. 16 мең гектар майҙанды биләгән урманда зарарлы организмдарҙы юҡ итеү саралары ла ойошторола. Санитар-таҙартыу эштәре ур­мандарҙы янғындарҙан, ҡорот­ҡостарҙан һаҡларға ярҙам итә.

Яңыраҡ Благовар районының Һарайлы ауылында башҡорт халҡының милли байрамы − «ҡарға бутҡаһы» ойошторолдо. Матур сараны ҡәнзәфәр бей исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторған. Байрамда, боронғо йолаға нигеҙләнеп, төрлө уйындар, йырҙар һәм таҡмаҡтар менән күңел асҡандар.

Өфөлә «Банкылар. Процес­тар. Стандарттар. Сифат» тип аталған VIII фәнни-ғәмәли конференция эшләй. Банкирҙарҙың Рәсәй кимәлендәге һөнәри форумы республиканың Милли банкыһы базаһында ойошторол­ған. Сарала тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡарала, киләсәккә йүнәлештәр билдәләнә.

Бишбүләк районының Ми­хайловка ауылында ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Ул үткән быуат уртаһында уҡ төҙөлгән булған. Бинаны төҙөкләндереү өсөн республика һәм район бюджетынан 3 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: