Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2012, 18:03

«Жигули» картуф менән… бәрелешкән

Украинаның баш ҡалаһы Киевта бығаса теркәлмәгән авария булған. ҡала үҙәгендә иртәнге сәғәттәрҙәге «тығын» ваҡытында урамдың ҡап уртаһында фуранан ҡапыл ҡойолған картуф өйөмөнә автомобиль килеп менгән. Тиҙҙән «тығын» тағы ла оҙонайған, авария хәүефе лә артҡан. Сөнки ғәҙәти булмаған юл-транспорт ваҡи­ғаһын үтеп барыусы һәр водитель телефонына фотоға йә видеоға төшөрөргә тырышҡан. «Икенсе икмәк»те йыйып алырға уйламағандар ҙа.

Аҙаҡтан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары хәбәр итеүенсә, был ысын авария түгел, ә ҡала хакимиәтенән рөхсәт алып, чипсы рекламаһы өсөн төшөрөлгән күренеш кенә булып сыҡҡан.

Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас: