Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2012, 15:08

Нидерландтар менән ара нығый

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нидерланд Короллегенең Рәсәй Федерация­һындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Рональд Келлер, Рәсәйҙәге илселегенең ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса советнигы Сюзанна ван Тилбург менән осрашыу үткәрҙе.Осрашыуҙа Башҡортостан менән Голландия араһында тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереү, республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.– Беҙҙә тәбиғәт тә бик матур, ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. Беҙҙең арала дуҫтарса мөнәсәбәттәр булыуын теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов, шул уҡ ваҡытта инвесторҙар йәлеп итеүҙең ҙур һәм ҡатмарлы эш булыуын да билдәләп.

Нидерландтар менән ара нығый
Нидерландтар менән ара нығый

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нидерланд Короллегенең Рәсәй Федерация­һындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Рональд Келлер, Рәсәйҙәге илселегенең ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса советнигы Сюзанна ван Тилбург менән осрашыу үткәрҙе.
Осрашыуҙа Башҡортостан менән Голландия араһында тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереү, республика иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙҙә тәбиғәт тә бик матур, ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. Беҙҙең арала дуҫтарса мөнәсәбәттәр булыуын теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов, шул уҡ ваҡытта инвесторҙар йәлеп итеүҙең ҙур һәм ҡатмарлы эш булыуын да билдәләп.
Президент фекеренсә, илдәр араһындағы тауар әйләнеше мөһим, әммә ул бер яҡлы ғына: башлыса, беҙ Голландияны нефть һәм нефть эшкәртеү продукттары менән тәьмин итәбеҙ, ә техник һәм инновацион изделиеларҙы бик әҙләп һатып алабыҙ.
Нефтекамалағы завод Голлан­дия компанияһы менән берлектә автобустар сығара. DAF компанияһы менән республикала йөк автомобилдәрен етештереү мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙәр алып барылған, тик һуңғы ваҡытта улар бер аҙ туҡтатылған.
– Был предприятие Башҡор­тостанда урынлашһын өсөн иң яҡшы, иң уңайлы шарттар булдырыр инек, – тип белдерҙе, Гол­ландия яғынан булышлыҡ кәрәклегенә баҫым яһап, Рөстәм Хәмитов.
Ул шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы техникаһын етештереү күләмен үҫтерергә теләүе хаҡында ла хәбәр итте.
– Бындай хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләйбеҙ. Беҙ ит, һөт, картуф етештерергә әҙер. Һеҙҙең белемегеҙ һәм технологияғыҙ кәрәк. Шуға күрә хеҙмәттәшлек итеү варианттары күп. Илселектә, йә булмаһа, берәй махсус күргәҙмәлә беҙҙең республиканың презентацияһын үткәреү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итер инек. Һәр инвестор өсөн ғәҙел, асыҡ эш итеүҙе гарантиялай алам. Быға шәхсән үҙем контроллек итергә әҙермен, – тип белдерҙе Башҡортостан Прези­денты.
Рональд Келлер журналистар менән осрашыуҙа белдереүенсә, ҡунаҡтарҙың беҙҙәге осрашыуы асыҡ һәм йылы үткән, Прези­денттың һәм уның командаһының дәртләнеп эшләүе һоҡландырған.
– Беҙҙең визиттан һуң мөнәсәбәттәрҙе әүҙемерәк үҫтерербеҙ, тип уйлайым, – тине 70-тән ашыу компания исеменән сығыш яһаусы делегация етәксеһе.
Читайте нас: