Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2012, 15:43

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре үтәсәк

Апрелдә Мәскәүҙең Сауҙа-сә­нәғәт палатаһында төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостан көндәре үтәсәк. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы менән Мәскәү ҡалаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Күргәҙмәлә Башҡортостандың сәнәғәт тармағы ҡаҙаныштары, беҙҙән сыҡҡан күренекле кешеләр, республиканың мәҙәни һәм дини традициялары менән танышырға мөмкин буласаҡ. Ошонда уҡ республикала етештерелгән тауарҙарҙы, сувенирҙар һатыу ойоштороласаҡ.

Апрелдә Мәскәүҙең Сауҙа-сә­нәғәт палатаһында төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостан көндәре үтәсәк. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы менән Мәскәү ҡалаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Күргәҙмәлә Башҡортостандың сәнәғәт тармағы ҡаҙаныштары, беҙҙән сыҡҡан күренекле кешеләр, республиканың мәҙәни һәм дини традициялары менән танышырға мөмкин буласаҡ. Ошонда уҡ республикала етештерелгән тауарҙарҙы, сувенирҙар һатыу ойоштороласаҡ.
Башҡортостан көндәре программаһында эшлекле форумдар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, республика сәнғәт оҫталарының концерты ла ҡарал­ған.
Әйткәндәй
Өфө ҡалаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан көндәрен үткәреүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте. Байрам саралары һәм эшлекле программа 27 апрелгә тәғәйенләнгән.
Читайте нас: