Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2012, 15:44

Кәзәләр ҙә, заманса техника ла бар

Бөгөн «Өфө-Арена» майҙанында «Агро-Комплекс − 2012» Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башланы. Был сара 22-се тапҡыр ойошторола, унда Рә­сәйҙең 20 төбәгенән 190 предприятие, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә ойошмалар ҡатнаша. Аграр төбәк булараҡ, Баш­ҡортостан да халыҡ-ара күргәҙмәгә үҙ экспозицияларын ҡуйҙы.

Бөгөн «Өфө-Арена» майҙанында «Агро-Комплекс − 2012» Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башланы. Был сара 22-се тапҡыр ойошторола, унда Рә­сәйҙең 20 төбәгенән 190 предприятие, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә ойошмалар ҡатнаша.
Аграр төбәк булараҡ, Баш­ҡортостан да халыҡ-ара күргәҙмәгә үҙ экспозицияларын ҡуйҙы.
Күргәҙмә аренаһында ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ һәм ҡошсолоҡто алып барыу өсөн ҡорамалдар, икмәк бешереү, аҙыҡ-түлекте төрөү техникаһы экспозициялары урын алған. «АгроФерма» тип аталған махсус проект буйынса күрһәтелгән һарыҡтар, кәзәләр, йорт ҡоштары, ҡуяндар ҙа − сараның биҙәге.
16 мартҡа тиклем дауам итәсәк халыҡ-ара күргәҙмә барышында эшлекле осрашыуҙар, конференциялар ҙә үтәсәк.
Читайте нас: