Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2012, 15:07

Әсәләргә хөрмәт мәңгелек

ҡатын-ҡыҙҙың мәңгелек тәғәйенләнеше әсә булыу, бала бағыуҙыр. Бала-саға тауышынан гөрләп торған йортта ғына нур ҙа , ҡот та бар. Күп бала тәрбиәләгән әсәләрҙең фекеренcә, улар­ҙың бар бәхете, өмөтө – балалар. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған йөҙҙәре яҙҙай балҡыған әсәләр был көндө Республика йортона ашыҡты. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарҙы „Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы көтә ине.

Әсәләргә хөрмәт мәңгелек
Әсәләргә хөрмәт мәңгелек

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан килгән Гөлсинә Солтангәрәева менән әңгәмәләшәбеҙ.
− Ирем менән бер малай, дүрт ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Ғаиләлә татыулыҡ булғанда, яҡындарың ярҙам иткәндә бала тәрбиәләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Балаларҙы үҫтереүҙә 20 йыл бергә тормош көткән ҡәйнәмдең дә ярҙамы ҙур. Бар ҡыуанысыбыҙ, байлығыбыҙ – балаларыбыҙ”, – ти ул.
Белорет районының Рысаҡай ауылынан килгән Гөлгөнә Әбүбәкерова − биш ул әсәһе. „Үҙемә ярҙамсыға ҡыҙ табам тип, биш бала әсәһенә әйләндем инде”, − тип шаярта ул. − Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, бер генә бала менән сикләнгәндәр күп балалы булыуҙан ҡурҡмаһындар. Балалар бер-береһен ҡарашып үҫә лә китә ул”.
Хәйбулла районының Әлибай ауылынан килгән Дилбәр Кәримова: „Бала бағыу − яуаплы эш. Балаларыбыҙ йортҡа тик шатлыҡ ҡына килтерһен”, − тигән теләктә.
Тантанаға йыйылған республикалағы төрлө милләт әсәләрен бер сифат берләштерә − улар тормош ауырлығына ҡарамай сабый ҙа баға, эшендә фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө лә күрһәтә.
Читайте нас: