Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтан республика бюджетына тупланған һалым күләме, 16 процентҡа артып, дүрт миллиард һумға еткән.
Бөгөн беҙҙә әлеге тармаҡта 112 мең субъект иҫәпләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, иҡтисад секторында эшләүсе һәр дүртенсе кеше эшҡыуарлыҡҡа йәлеп ителгән. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса республика Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәгенә инә. Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү программаһын бойомға ашырыуға 2011 йылда 380 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо сумманың бер өлөшө федераль бюджеттан да ҡушылған. Һөҙөмтәлә дүрт меңгә яҡын эшҡыуар ярайһы ғына ярҙам алған, ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Былтыр шулай уҡ район-ҡалаларҙа микрофинанслау үҙәгенең һигеҙ өҫтәмә офисы асылған. Бында кредит юлларға һәм бушлай консультация алырға мөмкин.
Шуныһы ла бар – эшҡыуарҙар әллә күпме кәртәгә осрай, административ ҡаршылыҡтарҙы ла һаман еңеп сығып булмай. Әле республика етәкселеге тап ошо проблемаларҙы хәл итеү буйынса эш алып бара.