Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2012, 15:22

Спорт – бар халыҡ өсөн

16 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрө ҡалаһында булды. Унда Президент яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. 2010 йылда төҙөлә башлаған спорт комплексы тәүлегенә 700-ҙән ашыу кешене, иң күбе 1040 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Ул универсаль спорт залын, бассейнды, тренажерҙар һәм фитнес залдарын үҙ эсенә ала.

Спорт – бар халыҡ өсөн
Спорт – бар халыҡ өсөн

16 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрө ҡалаһында булды. Унда Президент яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.
2010 йылда төҙөлә башлаған спорт комплексы тәүлегенә 700-ҙән ашыу кешене, иң күбе 1040 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Ул универсаль спорт залын, бассейнды, тренажерҙар һәм фитнес залдарын үҙ эсенә ала.
ҡала халҡын яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы менән ҡотлап, Рөстәм Хәмитов спорт менән уңышлы һәм әүҙем шөғөлләнеү, уйнау, йөҙөү, күнекмәләр үткәреү өсөн төбәктә хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә булыуын билдәләне.
– Быйыл республика ҡалалары һәм ауылдарында унлап физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыласаҡ, – тине ул район спортсылары менән осрашыуҙа.
Президент республиканы оло спорт ярыштары көтөүен дә телгә алды:
– Беҙ быйыл ғына ике донъя чемпионатын ҡабул итәсәкбеҙ. Береһе – йәйге биатлон буйынса, ә икенсеһе – йәштәрҙең шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты. Был ярыштарға яңы спорт объекттары әҙерләйбеҙ, булғандарын төҙөкләндерәбеҙ. «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында косметик ремонт үткәрелә, бәлки, яңы трассалар һалырбыҙ, яңы ҡорамалдар һатып алырбыҙ. Хоккей буйынса донъя чемпионатына Зорге урамындағы иҫке Спорт һарайын ремонтлайбыҙ. Ул сентябрҙә сафҡа индереләсәк. Ул бөтөнләй икенсе – заманса, матур спорт ҡоролмаһы буласаҡ. Өфөләге «Төҙөүсе» стадионында тағы бер боҙ һырғалағы эшләргә теләк бар.
С. АМАНТАЕВА.
Читайте нас: