Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2012, 21:04

«Йәгеҙ әле, егеттәр!»

Өфө дәүләт авиация техник университетының «Авангард» студенттар йортонда «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт конкурсы үтте. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараның хөрмәтле ҡунағы булды.

Өфө дәүләт авиация техник университетының «Авангард» студенттар йортонда «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт конкурсы үтте. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сараның хөрмәтле ҡунағы булды.
− Ватаныңды яратыуҙан оялыр­ға кәрәкмәй. Беҙҙең илдең − донъяла, республикабыҙҙың – илдә, ә ҡалабыҙҙың республикала иң яҡшыһы булыуын аңларға кәрәк. Ватаныңа һөйөү матур һүҙҙәр генә түгел, был беҙҙең йәшәү рәүеше, − тине Рөстәм Хәмитов, студенттарға мөрәжәғәт итеп.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров белдереүенсә, вузда «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсы 1977 йылдан үткәрелә.
Бөгөн Башҡортостанда офи­цер­ҙарҙы Өфө дәүләт авиация техник университетының хәрби белем биреү факультеты әҙерләй.
Читайте нас: