Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2012, 21:02

Өс һөйләм менән

Мәсетле районының Ғүмәр ауылында Әй йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер асылды. Ул 170 кешегә Дыуан-Мәсетле ауылында урын­лаш­ҡан мөһим социаль объекттар­ға – ауыл хакимиәте, дөйөм белем биреү мәктәбе, участка дауаханаһына һәм почтаға ҡаршылыҡтарһыҙ барыу мөмкинлеген бирҙе. 47 млн 800 мең һумға төшкән күпер ике йыл төҙөлдө.

Мәсетле районының Ғүмәр ауылында Әй йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер асылды. Ул 170 кешегә Дыуан-Мәсетле ауылында урын­лаш­ҡан мөһим социаль объекттар­ға – ауыл хакимиәте, дөйөм белем биреү мәктәбе, участка дауаханаһына һәм почтаға ҡаршылыҡтарһыҙ барыу мөмкинлеген бирҙе. 47 млн 800 мең һумға төшкән күпер ике йыл төҙөлдө.

Бөгөн БДУ студенттары Бөтә Рәсәй студенттар онлайн-осрашыуында ҡатнаша. Унда Рәсәйҙең дүрт юғары уҡыу йорто – М. Ло­моносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Пе­тербург дәүләт университеты, Төньяҡ (Арктика) федераль университеты һәм Башҡорт дәүләт университетынан студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалимдар юғары мәктәпкә, белем алыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрергә йыйына. Ойошто­роусылар фекеренсә, онлайн-осрашыу студент­тар­ҙы борсоған һорауҙар буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышыу мөмкинлеген бирә.

БР мәғариф министры урынбаҫары Марат Шмаков әйтеүенсә, быйыл Башҡортостандың дөйөм белем биреү системаһын модернизациялау буйынса сараларға федераль үҙәктән 2 миллиард 133 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән Башҡор­тостан Республикаһы Хөкүмәте араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылған. Республика бюджетынан был суммаға тағы ла 142 млн 217 мең һум аҡса өҫтәләсәк.

Дүртөйлө районында Баш­­ҡ­ор­­тос­тан Ректорҙар советының сираттағы күсмә ултырышы үтте. Республиканың юғары уҡыу йорттары етәкселәре менән осрашыуға уҡытыусылар, мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың ата-әсәләре килде. Ректорҙар советы етәксеһе Морат Ғөзәйеров сараны асып, унда ҡатнашыусыларҙы ӨДАТУ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныштырһа, БДУ ректоры Әхәт Мостафин вузда булған һөнәри йүнәлештәр тураһында һөйләне, БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов төбәккә агросәнәғәт комплексы белгестәре кәрәк булыуы хаҡында белдерҙе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин студенттарҙы уҡытыуҙа һәм уларға тәрбиә биреүҙә вуз һәм ата-әсәләр араһында бәйлә­нештәр­ҙе нығытыу мәсьәләләренә туҡталды.

Быйыл Башҡортостандан 7070 кеше шәхси торлаҡ төҙөү өсөн 620 мең кубометрҙан ашыу ағас аласаҡ. Шуның 268 мең кубометры – ылыҫлы ағастар. Әлеге көнгә халыҡҡа йорт төҙөү өсөн 19 мең кубометрға яҡын ағас бүленгән дә инде.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: