Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисади стратегия институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы Александр Агеев менән осрашып, республиканың иҡтисади үҫеш перспективалары хаҡында һөйләште.
ҡунаҡ республика башлығынан уның ниндәйерәк кимәлдә ҡатмарлы кеше булыуын да белеште. Рөстәм Хәмитов яуаплауынса, беҙҙең Президентҡа тәбиғи асыҡлыҡ, ихласлыҡ хас, үҙен ҡатмарлы кеше тип һанамай. Александр Агеев республиканың әлеге идара итеү системаһындағы хәл-торошто баһалау менән дә ҡыҙыҡһынды.
– Әлегә үҙемә «мираҫ» булып ҡалған структураға ғына таяна алам. Әлбиттә, хәл-торош мин формалаштырырға теләгәндән ҡырҡа айырыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бығаса ҡарарҙар ниндәйҙер тойғоларға нигеҙләнеп ҡабул ителгән, бер яҡтан, ул позитив мәғәнә бирһә лә, иҡтисади һөҙөмтәгә килтермәгән.