Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2012, 12:09

Ҡушылалар...

Яңыраҡ Рәсәй мәғариф һәм фән министры А. Фурсенко үҙгәртеп ҡороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрле­тамаҡ дәүләт педагогия академияһы Башҡорт дәүләт университетына ҡушыласаҡ. До­кументтар буйынса был педагогия вуздары БДУ-ның бүлектәренә, йәғни филиалдарына әйләнәсәк.

Яңыраҡ Рәсәй мәғариф һәм фән министры А. Фурсенко үҙгәртеп ҡороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрле­тамаҡ дәүләт педагогия академияһы Башҡорт дәүләт университетына ҡушыласаҡ.
До­кументтар буйынса был педагогия вуздары БДУ-ның бүлектәренә, йәғни филиалдарына әйләнәсәк.
Академияларҙың университетҡа ҡушылыу сәбәптәрен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры Илгиз ҡыҙырғолов былай аңлатты: “Вуз тамамлаусыларҙың 100 процентының 60-ы үҙ һөнәре буйынса эшләмәй, 40 процентының яртыһы мәктәптәрҙә төп­ләнмәй. Һөҙөмтәлә 20 проценты ғына ҡала. Беҙҙең республикала 3 педагогия вузы, 14 педагогия колледжы бар. Улар йыл һайын 7 мең белгес әҙерләп сығара. Бөгөн уҡытыусылар артыҡ, уларға ихтыяж юҡ. Шун­лыҡ­тан педагогия уҡыу йорттарын ҡыҫҡарталар, бергә ҡушалар».
Ике педагогия академияһының юридик шәхес булыуҙан туҡтауы бер йыл эсендә башҡарылырға тейеш. Академия­ларҙың мөлкәте тулыһынса университетҡа беркетеләсәк.
Читайте нас: