Әлеге мәлдә «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр тураһында» закон проекты әҙерләнә.
Был эшкә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың 6 февралдә донъя күргән «Демократия һәм дәүләттең сифаты» исемле дүртенсе мәҡәләһендәге тезистар этәргән. Алдан яҙыуыбыҙса, ул илебеҙҙең демократик институтын үҫтереүгә арналған. Мәҡәләлә Путин, Рәсәй тиҙ арала дәғүәселек һәләтен арттырыуға ынтылырға тейеш, тигән фекер үткәрә. Быға, уныңса, хоҡуҡтарҙы һаҡлау буйынса институтты камиллаштырырға кәрәк. ҡабул ителәсәк закон ошоға бер аҙым буласаҡ та инде.