Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2012, 02:26

Аквапарк, швед һуҡмаҡтары…

Баш ҡалабыҙҙың ял итеү урындары матурланасаҡГлумилино микрорайонында 2013 йылдың тәүге яртыһында аквапаркы булған ҙур күңел асыу үҙәге төҙөлөп бөтәсәк. Был проектты аҡса менән тәьмин итеүсе инвестор тап шулай тип вәғәҙә итә. ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та был эште үҙ күҙәтеүенә алған һәм төҙөлөш барышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора. «ҡашҡаҙан» ял паркында урынлашасаҡ икенсе аквапаркты төҙөү, инвесторҙың финанслауы етмәгәнлектән, әлегә туҡтап ҡалған.

Аквапарк, швед һуҡмаҡтары…
Аквапарк, швед һуҡмаҡтары…
Глумилино микрорайонында 2013 йылдың тәүге яртыһында аквапаркы булған ҙур күңел асыу үҙәге төҙөлөп бөтәсәк. Был проектты аҡса менән тәьмин итеүсе инвестор тап шулай тип вәғәҙә итә. ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та был эште үҙ күҙәтеүенә алған һәм төҙөлөш барышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
«ҡашҡаҙан» ял паркында урынлашасаҡ икенсе аквапаркты төҙөү, инвесторҙың финанслауы етмәгәнлектән, әлегә туҡтап ҡалған.
Ирек Ялалов киләһе бер нисә йылда Өфөлә ял итеү урындарын булдырыу тура­һында ла һүҙ ҡуҙғатты. Парктар һәм ҡала эргәһендәге урмандар танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Парктарҙа төрлө барьерҙарҙы үтеп йөрөй торған швед һаулыҡ һуҡмаҡтары ла булдырыласаҡ.
Читайте нас: