Башҡортостан Президенты Указы менән Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде.
Андрей Иванюта 1966 йылдың 2 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт институттары менән эшләү бүлегенең баш консультанты.
Андрей Иванюта «ҡаһарманлыҡ өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалдары, РФ Эске эштәр министрлығының наградалары менән бүләкләнгән.