Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2012, 15:33

Донъя яңылыҡтары

Ғәҙелһеҙлеккә ҡаршыАфинала күп халыҡ ҡатнашлығында митингылар үтә. ҡалала магазиндар, кафелар, банкылар яна, демонстрацияға сығыусылар казначейлыҡ би­наһын да яндырырға маташҡан. Бола ҡуптарыусыларҙың һаны 80 мең кешегә еткән. ҡала эсендә шул тиклем көслө янғындар ҡотора − хатта Грецияның янғын һүндереүселәре саҡырыуҙарға ла өлгөрмәй.

Ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы
Афинала күп халыҡ ҡатнашлығында митингылар үтә.
ҡалала магазиндар, кафелар, банкылар яна, демонстрацияға сығыусылар казначейлыҡ би­наһын да яндырырға маташҡан. Бола ҡуптарыусыларҙың һаны 80 мең кешегә еткән. ҡала эсендә шул тиклем көслө янғындар ҡотора − хатта Грецияның янғын һүндереүселәре саҡырыуҙарға ла өлгөрмәй.
Гректар илдә йәшәү кимәленең түбән булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Халыҡ-ара кредиторҙар илде дефолттан ҡотҡарыу өсөн реформаларҙы һаман да һуҙа. Хәҙер парламентарийҙар минималь эш хаҡы һәм пенсияларҙы кәметеү сараһын күрә. Ғәҙелһеҙлеккә ҡарашын халыҡ милли забастовка һәм митингылар аша белдерергә ҡарар иткән.

Илдең ҡалҡаны ныҡ булһын

Рәсәй Оборона министрлығы С-400 Триумф зенит ракета комплекстарын Алыҫ Көнсығышта һәм бөтә сик буйҙарына урынлаштырып сығасаҡ.
Быйыл тәүгеләрҙән булып яңы комплекттарҙы Көнбайыш округ аласаҡ. Армияны С−400 ракеталары менән ҡоралландырыу Рәсәйҙең 2011 − 2020 йылдарға иҫәпләнгән дәүләт программаһына ярашлы атҡарыла. ҡораллы Көстәрҙе хәрби техника менән йыһазландырыу өсөн илдә тағы ла һауаға һәм ракетаға ҡаршы оборона системаларын етештергән өс завод төҙөләсәк.

Барыһын да ҡайғыға һалып

Билдәле АҡШ йырсыһы Уитни Хьюстон 49-сы йәшендә Лос-Анджелеста «Беверли Хилтон» ҡунаҡханаһында вафат булды.
Уны иҫен юғалтҡан хәлдә тән һаҡсыһы табып ала. «Йондоҙ»ҙоң үлеме буйынса аныҡ ҡына мәғлүмәттәр булмаһа ла, психотроп матдә ҡуллан­ғандан һуң, ваннала йоҡлап китеп, һыуға сәсәп үлгән, тигән фараздар ҙа бар. Халыҡтың кумирына әүерелгән Хьюстондың үлеменә бәйле, «Гремми» премияһын тапшырыу тантанаһы кисектерелгән. Йырсы, шоу-бизнес өлкәһендә иң күп наградаларға эйә булыусы булараҡ, Гиннестың рекодтар китабына индерелгән.

ҡайтанан һайланды

Төркмәнстанда үткән президент һайлауҙарының яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Гурбангулы Бирҙемөхәмәтов һигеҙ кеше араһынан 97,14 процент тауыш йыйған. Һайлауҙарға халыҡтың 96 проценты килгән. Г. Бирҙемөхәмәтов 2006 йылдан алып ил менән етәкселек итә.Ул власҡа килгәс, Фәндәр академияһы тергеҙелә, пенсионерҙар­ға пенсия түләнә башлай.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
Читайте нас в