Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2012, 14:29

Хушлашты…

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығын етәкләгән Александр Никерин үҙенең отставкаһы хаҡында блогына яҙып хәбәр итте. Бығаса министрҙарҙың бындай алымды һайлағаны юҡ ине әле.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығын етәкләгән Александр Никерин үҙенең отставкаһы хаҡында блогына яҙып хәбәр итте. Бығаса министрҙарҙың бындай алымды һайлағаны юҡ ине әле.
«Йәнле журнал»дағы блогта былай тип яҙылған: «Мин министр булып өс йыл эшләнем. Хеҙмәт еңел булманы, әммә ҡыҙыҡлы булды. Әле миңә оят түгел. Дәүләт эшендә төрлө хәлдәр булһа ла, туғандарым йөҙөнә лә ҡыҙыллыҡ килмәне. Әлбиттә, ниндәйҙер сәбәп менән миңә үпкәләүселәр ҙә бар. Әммә сифатлы эшләргә тырыштым, ҡул аҫтындағыларҙан да шуны талап иттем. Республикаға әле файҙам булыр тип өмөтләнәм… Блогымды япмайым, ул минең өсөн яҡшы тәжрибә булды». Шуныһы бар – китеү сәбәбе яҙылмаған.
Александр Никерин 5 февралгә тиклем отпускыла ине. Уның артабан ҡайһы эшкә тотоноуы билдәһеҙ.
Бына шулай, Башҡортостан әлегә тағы бер министрһыҙ ҡалды. Тағы тиеүебеҙ − Мәҙәниәт министрлығы ла күптән «башһыҙ» тора. Бер яҡтан, кем әйтмешләй, «изге урын буш булмаҫ» та ул. Кадрҙар тирәһендә бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәргә өйрәнеп тә кителде, буғай.
Читайте нас: