Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2012, 14:28

Аграрийҙарға – 395 миллион һум

2011 йылда республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары аграрий­ҙары 395 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды. Ике һөт-тауар фермаһын төҙөү өсөн генә лә Башҡортостан бюджетынан яҡынса 71 миллион һум аҡса бүленде (Баймаҡ районының Күлтабан ауылы һәм Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы). Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә, Көньяҡ Урал райондарына малсылыҡты үҫтереү өсөн субсидиялар 30,6 миллион һум тәшкил итте. Фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын төҙөүҙә ҡатнашыу өсөн 20 ғариза ҡабул ителгән, әммә уларҙың икәүһенә генә (Бөрйән һәм Хәйбулла райондарына) бындай статус бирелгән һәм 232 мең һум күләмендә субсидия бүленгән.

2011 йылда республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары аграрий­ҙары 395 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды. Ике һөт-тауар фермаһын төҙөү өсөн генә лә Башҡортостан бюджетынан яҡынса 71 миллион һум аҡса бүленде (Баймаҡ районының Күлтабан ауылы һәм Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы).
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә, Көньяҡ Урал райондарына малсылыҡты үҫтереү өсөн субсидиялар 30,6 миллион һум тәшкил итте. Фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын төҙөүҙә ҡатнашыу өсөн 20 ғариза ҡабул ителгән, әммә уларҙың икәүһенә генә (Бөрйән һәм Хәйбулла райондарына) бындай статус бирелгән һәм 232 мең һум күләмендә субсидия бүленгән.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2011 йылда ит малсылығын үрсетеү программаһы буйынса ла дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә, дөйөм алғанда, 19,3 миллион һум күләмендә субсидия түләнгән. Көньяҡ Урал райондары өсөн йылҡысылыҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса ла дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Йылҡысылыҡты үҫтереүгә генә 32 миллион һум субсидия йүнәлтелгән.
Киләсәктә республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында сәсеү майҙандары структураһын үҙгәртеү, сорттарҙы яңыртыу, сифатын яҡшыртыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, ҡоролоҡҡа бирешмәүсән культуралар майҙанын арттырыу, йәшелсәселек, орлоҡсолоҡ менән әүҙемерәк шөғөлләнеү ҡарала.
Читайте нас: