Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2012, 16:47

Район бюджетынан һәр ауылға – 100-әр мең һум

Республика Президенты былтыр көҙ бөтә ауылдарға ла 100-әр мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар сығарғайны. Ошоға ярашлы, Учалы районында ауыл хакимиәттәре «президент» аҡсаһын ауылдарға йүнәлтте. Мәҫәлән, Яңы Байрамғол һәм Миндәк ауылдарында был аҡса юлдарҙы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын төҙөкләндереүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолһа, ҡунаҡбай ауыл хакимиәте Илтабан ауылы юлдарын ремонтлауға һәм балалар майҙансығы һатып алыуға сарыф иткән.

2012 йыл ауыл халҡына тағы ла бер яңылыҡ алып килде – ауылдар был юлы район бюджетынан 100-әр мең һум аҡса аласаҡ. Был аҡса ла ауылдарҙың проблемаларын хәл итеүгә тотоноласаҡ.
Читайте нас: