БДУ-ның 2011 йылдың июнендә асылған компьютер филологияһы лабораторияһы, интернеттың башҡортса сегментын тикшереп, «Башнет»тың бөтә сайттарын да ике категорияға – медиасекторы булған республика киң мәғлүмәт саралары сайттарына һәм ҡалған башҡа сайттарға бүлгән.
«Башнет»тың дөйөм күләме 87462 бит тәшкил итә һәм унда 27252251 һүҙ ҡулланыла (бер биттә уртаса 311,5 һүҙ). Шуларҙың 27376 бите һәм ҡулланған 10409656 һүҙ башҡортса киң мәғлүмәт саралары сайттары өлөшөнә тура килә.
Республика йәштәре гәзите «Йәшлек»тең биттәре «Башнет»тың иң күләмле (14229 бит һәм 8470444 һүҙ) сайты тип танылған.