Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2012, 17:02

Беҙҙең иҡтисади бурыстар

Владимир Путиндың һайлау алды мәҡәләһе«Беҙ донъя иҡтисадында ҙур үҙгәрештәр осоронда йәшәйбеҙ. Технологиялар бер ҡасан да бөгөнгө кеүек үҫешкәне юҡ, ә әле беҙҙе уратып алған ғәҙәти күренгән нәмәләр 15 – 20 йыл элек фантастика һымаҡ ине. Глобаль конкуренцияла лидерлыҡҡа был тиклем дә ынтылыу булмағандыр. Кеше мөмкинлектәре лә ҙур. Ошо шарттарҙа иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү мөһим», – тип башлаған Рәсәй Президентлығына кандидат Владимир Путин үҙенең сираттағы мәҡәләһен. Был юлы һайлау алды сығышы иҡтисадҡа арнала.

Владимир Путиндың һайлау алды мәҡәләһе
«Беҙ донъя иҡтисадында ҙур үҙгәрештәр осоронда йәшәйбеҙ. Технологиялар бер ҡасан да бөгөнгө кеүек үҫешкәне юҡ, ә әле беҙҙе уратып алған ғәҙәти күренгән нәмәләр 15 – 20 йыл элек фантастика һымаҡ ине. Глобаль конкуренцияла лидерлыҡҡа был тиклем дә ынтылыу булмағандыр. Кеше мөмкинлектәре лә ҙур. Ошо шарттарҙа иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү мөһим», – тип башлаған Рәсәй Президентлығына кандидат Владимир Путин үҙенең сираттағы мәҡәләһен. Был юлы һайлау алды сығышы иҡтисадҡа арнала.
Бөгөн Рәсәй башҡа күпселек илдәргә ҡарағанда ла донъя иҡтисадына нығыраҡ бәйле. Әле Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ла иҡтисадыбыҙ етештереүҙә лә, ҡулланыуҙа ла ситке баҙарға ныҡ бәйле булыу арҡаһында индек. Беҙҙең граждандар ҙа, предприятиелар ҙа импорт өсөн ҙур пошлиналар түләй.
Рәсәйгә сәнәғәт сәйәсәте кәрәкмәй, тигән фекер йыш ишетелә. Йәнәһе, өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләгәндә һөҙөмтә бирә алмаған тармаҡтарға булышлыҡ итеп, дәүләт тә яңылыша. Бындай раҫлауҙар менән көрәшеү еңел түгел. Беҙ деиндустриализацияны кисерҙек, иҡтисад структураһы ныҡ ҡына боҙолдо. Әлбиттә, инвесторҙар средстволарын инновация тармаҡтарына һалһын өсөн беҙ һалым һәм таможня уңайлыҡтарын ҡулланасаҡбыҙ. Шулай ҙа бының һөҙөмтәһе бер нисә йылдан һуң ғына күренәсәк, бәлки, бөтөнләй булмауы ла бар.
ҡытай, Корея кеүек илдәрҙең иҡтисадты модернизациялау тәжрибәһенең уңышлы булыуы дәүләттән этәргес көстөң кәрәклеген күрһәтте.
Бөгөн иҡтисадтың инновацияларға ихтыяжының иң төп шарты – конкуренцияны тәьмин итеү. Бары дәғүәселек кенә шәхси предприятиеларҙы иң яҡшы технологиялар үҙләштереүгә, продукцияны яңыртыуға этәрә. Рәсәй иҡтисады иһә инновацияларҙы һатып алырға ғына түгел, ә барлыҡҡа килтерергә лә мөмкин. Беҙҙең киләсәктәге урыныбыҙ булған мөмкинлектәрҙе нисек файҙаланыуыбыҙға бәйле. Халыҡтың белем кимәленең юғарылығы, фундаменталь фәнни мираҫ, инженерлыҡ мәктәптәре, тәжрибә- етештереү базалары – беҙ ошо факторҙар­ҙың барыһын да файҙаланырға бурыслы.
Мәҫәлән, «Сколково» проекты күп кенә сит ил фирмаларын ҡыҙыҡһындыра. Әммә һатыр­ға өйрәнеү генә әҙ, инновация йәһәтенән үҫеш тотороҡло булһын тиһәк, яңы идеяларҙың өҙлөкһөҙ тыуып тороуы, ижади кадр­ҙар туплау мөһим.
2020 йылға беҙҙә заманса матди һәм социаль технологияларҙың барлыҡ спектры буйынса донъя кимәленә тап килгән университеттар эшләргә тейеш. Был вуздарҙа ғилми коллективтарҙы, уларҙың халыҡ-ара бәйләнештәрен финанслауҙы тотороҡло тәьмин итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләй. Рәсәй Фәндәр академияһы, алдынғы тикшеренеү университеттары, дәүләт ғилми үҙәктәре өсөн унар йылдарға иҫәпләнгән эшмәкәрлек программалары раҫланырға тейеш. 2018 йылдарға ғилми коллективтарҙың башланғыстарына булышлыҡ итеүсе дәүләт ғилми фондтарын финанслауҙы бер нисә тапҡырға арттырыу күҙаллана – 25 миллиард һумғаса. Гранттар күләме лә Көнбайыш ғалимдарына ҡаралған менән тура килергә тейеш.
Технология йәһәтенән модернизацияның икенсе бер яғы – ул ситтән килгән технологияларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк үҙләштереү. Автомобилдәр йыйыу буйынса уңышлы тәжрибәбеҙ ҙә бар – бөгөн сит ил автомобилдәренең байтағы беҙҙең эшселәр тарафынан йыйыла. Ә ҡулланыусылар «бында» йә «тегендә» йыйылғанын айырып та тормай. Билдәле фирмаларҙың көнкүреш техникаһының байтағы Рәсәйҙә етештерелә.
Шуныһы ла бар: ярайһы ғына ҙур секторҙа беҙҙең технология һәм ойоштороу мәҙәниәте теге быуатта ҡалған кеүек. Быға төҙөлөш, транспорт тармаҡтары инә. Ил төбәктәрен сифатлы юлдар менән бәйләү, бигерәк тә Себерҙе һәм Алыҫ Көнсығышты, тәү сиратта тора. Ҙур илебеҙҙә төҙөлөш өсөн участкалар дефициты күҙәтелә. Бының сәбәбе – инфраструктураның үҫешмәгән булыуы. Әгәр ҙә Европала, Америкала, Японияла эре ҡаланан 50 йә 80 саҡрым алыҫлыҡта теләһә ҡайһы ерҙә йорт йәки фабрика төҙөргә мөмкин булһа, беҙҙә 20 – 30 саҡрым арауыҡта уҡ үҙләштерелмәгән ерҙәр осрай – юлһыҙ, һыуһыҙ, газһыҙ, электрһыҙ. Бындай ерҙең баһаһы юҡ, сөнки уны файҙаланып булмай.
Ауыл хужалығы – айырым тема. Һуңғы йылдарҙа ул яҡшы үҫешә. Илдең үҙ-үҙен ашата алыуы иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто күрһәтә. Аграр сектор бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың формалашыуына ла йоғонто яһай. Шуға аграр тармаҡ Рәсәй өсөн генә мөһим түгел, ә, ғөмүмән, иҡтисадта конкуренция мөхите булдырыу өсөн дә кәрәк.
«Капитал проблемаһы» тигән төшөнсә лә бар. Уны хәл итеү өсөн нимә эшләргә? Беренсенән, эске баҙар күләмен инвестиция йәлеп итерлек итеп үҫтерергә. Икенсенән, илдәге эшлекле климат капиталдар һалыу өсөн һаман да ҡәнәғәтләнерлек түгел, шуға ла ил Президенты инициативаһы менән уны яҡшыртыуға йүнәлтелгән реформалар башланды. Әлегә һиҙелерлек алға китеш юҡ. Бының төп проблемаһы – таможня, һалым, суд, хоҡуҡ һаҡлау системаһының тейешенсә асыҡ булмауы. Йәғни бында һүҙ ришүәтселек хаҡында бара…
Өсөнсөнән, халыҡ аҡсаһы капитал баҙарында «эшләмәй». Был, иҡтисад үҫешенән, иҡтисадтың капитализацияһынан килгән килемде халыҡ алмай, тигән һүҙ. Пенсия, ышаныс фондтары, коллектив инвестициялау фондтары аша халыҡ средстволарына инвестиция йәлеп итеү программалары кәрәк.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәйҙең яңы иҡтисады – ул заманса ТЭК-тарҙан тыш конкурентлыҡҡа һәләтле башҡа секторҙарҙың да үҫешкән булыуы. Һөҙөмтәле иҡтисад – юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм энергияны әҙ ҡулланыу. Яңы иҡтисад шулай уҡ юғары хеҙмәт хаҡы менән етештереүсәнлек юғары булған эш урындары. Даими яңыртыла барған технологиялар, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың мөһим урында тороуы ла ошо иҫәптә.
Яңыртылған иҡтисад һәр кешегә үҙ-үҙен үҫтереү перспективаһы бирергә тейеш – эшҡыуарға ла, бюджет хеҙмәткәренә лә, инженерға ла, квалификациялы белгескә лә.

(«Ведомости» гәзитенән).
Читайте нас: