Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2012, 17:05

1 000 000 000 000 һум

ҡара иҫәп менән иҫәпләгәндә лә, былтыр Рәсәйҙән законһыҙ рәүештә ситкә триллион һум күләмендә аҡса сығарылған.РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков Президент ҡушыуы буйынса законһыҙ финанс операцияларын асыҡлаусы эшсе төркөмдө етәкләгән булған. Уның составына «Росфинамониторинг», һалым, прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Именлек хеҙмәтенең иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкилдәре һ.б. ингән. Рәсәй банкылары ла илдән ситкә сығарылған «күләгәләге» аҡса күләменең триллион һумдан ашыуын раҫлаған.

1 000 000 000 000 һум
1 000 000 000 000 һум

ҡара иҫәп менән иҫәпләгәндә лә, былтыр Рәсәйҙән законһыҙ рәүештә ситкә триллион һум күләмендә аҡса сығарылған.
РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков Президент ҡушыуы буйынса законһыҙ финанс операцияларын асыҡлаусы эшсе төркөмдө етәкләгән булған. Уның составына «Росфинамониторинг», һалым, прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Именлек хеҙмәтенең иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкилдәре һ.б. ингән. Рәсәй банкылары ла илдән ситкә сығарылған «күләгәләге» аҡса күләменең триллион һумдан ашыуын раҫлаған.
Аҡса, башлыса, Латвия, Кипр, Бөйөк Британия, Швейцария, Франция һәм Гонконгҡа китә. Рәсәй халҡы, дөрөҫөрәге, байҙары һуңғы йылдарҙа ситтә күсемһеҙ милек һатып алырға ғәҙәтләнде. Бында ла «таҙа» аҡса йөрөмәйҙер инде. Хәйер, ҡайҙа, ниндәй аҡса йөрөгәнен күптәр белә. Беҙ ҙә. Тик өндәшмәйбеҙ.

Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас: