Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2012, 14:52

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында – яңы етәксе

БР Президенты Р. Хәмитов Рәмил Исҡужинды республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне. Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында Бөрйән райо­нында тыуған. 1984 йылда БДУ-ның юридик фа­куль­тетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.2007 – 2011 йылдарҙа – РФ Федераль Йыйылышының би­шенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституцион закондар сығарыу һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында – яңы етәксе
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында – яңы етәксе

БР Президенты Р. Хәмитов Рәмил Исҡужинды республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне.
Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында Бөрйән райо­нында тыуған. 1984 йылда БДУ-ның юридик фа­куль­тетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
2007 – 2011 йылдарҙа – РФ Федераль Йыйылышының би­шенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституцион закондар сығарыу һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
Рәмил Исҡужин «БР-ҙың атҡаҙанған юрисы», «РФ Прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре» исемдәренә, РФ Федераль Йыйылышы Феде­рация Советының Почет грамотаһына эйә.
Читайте нас: