Тағы ла буласаҡмы?
Токио университеты ҡарамағындағы Сейсмология ғилми-тикшеренеү институты, Японияның баш ҡалаһында тағы ла ҡеүәтле ер тетрәү булыуы ихтимал, тигән һығымтаға килгән.
Ер тетрәү ихтималлығы бик юғары − 70 процент. Тәбиғәттең был ҡурҡыныс «күстәнәсе» киләһе 30 йыл эсендә буласаҡ, тип фаразлайҙар.
2011 йылда Японияның бик күп халҡын ҡырған ер тетрәү ҙә 600 йылға бер генә тапҡыр була торғандар иҫәбенән. Был фажиғәлә 19 мең тирәһе кеше үлгән һәм хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Иң шәп ҡыҙҙар
РФ Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко менән йырсы Алла Пугачева Рәсәйҙең иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары исемлеген етәкләй.
Исемлектә был ике ҡатындан һуң РФ Президентының матбуғат секретары Наталья Тимакова килә.
Абруйлы, илебеҙгә ҙур йоғонто яһаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемлеген Рәсәйҙә беренсе тапҡыр төҙөйҙәр. Уға сәйәсәт, бизнес өлкәһендәге ҡарарҙарға тәьҫир иткән, юғары пост яулаған йәки кешеләрҙең фекер итеүенә йоғонто яһаған ҡатындар ингән. Тәүге ун иң шәп гүзәл зат иҫәбенә РФ Президенты Дмитрий Медведевтың ҡатыны Светлана Медведева менән илебеҙҙең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина, спортсы Алина Кабаева ла ингән. Әлбиттә, Ксения Собчак та ситтә ҡалмаған.
Икенсе тур
Финляндия халҡы үҙенең етәксеһен бер турҙа ғына һайлай алманы.
Хәҙер был илдә президент һайлауҙарының икенсе туры үтәсәк. Финляндия менән етәкселек итеү өсөн 63 йәшлек Саули Ниинисте менән 53 йәшлек Пекка Хаависто көрәшә.
Тәүге турҙа Саули Ниинисте йәшерәк кандидаттан күберәк тауыш йыйған, әммә ил башлығы булып һайланыр өсөн етерлек процент туплай алмаған.
Һалым түләмәүселәр иғтибарына!
Грецияның Финанс министрлығы һалым түләүҙән ҡасып йөрөгән физик шәхестәрҙең исемлеген бөтә халыҡҡа күрһәтергә булған.
Быға тиклем илдә һалым түләмәгән кешеләрҙе даими эҙәрлекләп, ҡулға алырға ла маташтылар. Әммә һалым түләмәүселәрҙең бөтәһе лә залог биргәндән һуң иреккә сығарылды.
Бөгөн Грецияла һалым түләмәүселәр киң мәғлүмәт сараларында йыш телгә алына. Илдәге иҡтисади көрсөк бюджет аҡсаһын нисек тә булһа арттырыуҙы талап итә һәм урындағы власть органдары мөмкин булған бөтә сараларҙы ла ҡулланып, килеп тыуған проблеманы хәл итергә тырыша.
Үәт, әй!
Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев менән «Яблоко» фирҡәһе лидеры Григорий Явлинскийҙы Рәсәй Президенты посы өсөн көрәшәсәк кандидаттар исемлегенән һыҙып ташларға йыйыналар.
Эксперттар фекеренсә, был кандидаттар йыйып килтергән исемлектә ялған исемдәр бар һәм уларҙың документтарын ҡайтанан етди тикшерәсәктәр.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.