Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2012, 15:07

Шәхсиәтенә күрә – ниәте

йәки Урындарҙы алмаштырыуҙан сумма үҙгәрерме?Былтыр 4 декабрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына үткән һайлау йомғаҡтарына ҡаршы ойошторолған сәйәси акцияларҙан һуң федераль власть даирәләре, 4 мартта ил башлығын һайлау зарурлығын күҙ уңында тотоп, үҙенсәлекле манифест сығарҙы.

Шәхсиәтенә күрә – ниәте
Шәхсиәтенә күрә – ниәте
йәки Урындарҙы алмаштырыуҙан сумма үҙгәрерме?

Былтыр 4 декабрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына үткән һайлау йомғаҡтарына ҡаршы ойошторолған сәйәси акцияларҙан һуң федераль власть даирәләре, 4 мартта ил башлығын һайлау зарурлығын күҙ уңында тотоп, үҙенсәлекле манифест сығарҙы. Кремль етәксеһе Д. Мед­ведев иғлан иткән сәйәси реформаларҙың, атап әйткәндә, федерация субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыу, сәйәси фирҡәләрҙе теркәү тәртибен еңелләштереү, Рәсәй парламентына һайлау законына йәмғиәт мәнфәғәтен тулыраҡ иҫәпкә алып үҙгәрештәр индереү һ.б. ғәмәлгә ашырына шик белдереүселәр ҙә булғыланы. Сөнки ҡуйылған бурыстарҙы бойомға ашырыу уларҙы иғлан итеүсенең, йәғни РФ-ның хәҙерге Президентының иңенә төшмәй бит. Яңы етәксенең сәйәси реформаларҙан – ә ундай ғәмәл Рәсәйҙә ғүмер баҡый йәшәп килә – бер ниндәй икеләнеүһеҙ баш тартыуы ихтимал. Ә шулай ҙа Д. Медведев бер аҙым яһар­ға өлгөрҙө: 16 ғинуарҙа РФ субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыу тураһында закон парламент депутаттары ҡарауына индерелде. Әйткәндәй, унда В. Путиндың идеяһы, йәғни башлыҡты РФ Президенты менән килешеп күрһәтеү сағылыш тапмаған.
РФ Президенты вазифаһына дәғүә итеүсе төп кандидат – Премьер-министр В. Пу­тиндың һайлау алды программаһында үрҙә телгә алынған пункттар күҙгә ташланмай. Ике срок – Рәсәй башлығы, дүрт йыл федераль хөкүмәт рәйесе булып эшләгән йылдарына ярайһы юғары баһа биреп (тулайым эске продукт – ике, халыҡтың килеме ике ярым тапҡырға артты, эшһеҙлек – 35 процентҡа, инфляция өс тапҡыр кәмене, тыуым арта, үлем һирәгәйә), В. Путин, РФ Президенты булып һайлана ҡалһа, эшһеҙлекте, фәҡирлекте бөтөрөү буйынса саралар күрергә ниәтләй. Уныңса, Рәсәйҙә «уңайлы тормош», балалар үҫтереү өсөн шарттар булдырылып, һәр кем үҙ хыялын ғәмәлгә ашыра аласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта төп кандидаттың инде егерме йыллап көн үҙәгенән төшмәгән эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә аяҡ салған кәртәләрҙең бөтөрөлмәүен, коррупцияның, һуңғы осорҙа күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, асыҡтан-асыҡ һәм оятһыҙҙарса эш итеүен, чиновниктарҙың эшлекһеҙлеген таныуы уның ғәмәлдә ун ике йыл юғары власть органына етәкселек итеүенә баһа икәнлеген иҫәптән сығарырға ярамай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ҡалдыҡ принцибы буйынса финансланған мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәтте (2014 йылда уларға сығымдар милли оборона һәм милли именлектең өстән бер өлөшөнән дә кәмерәк) үҫтереү буйынса вәғәҙәләре етди ҡабул ителмәй.
Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауҙа эш хаҡы хәҙерге кимәлдә ҡалһа, унда юғары әҙерлекле белгестәрҙең эшләйәсәгенә ышаныуы ҡыйын. Ә инде иҡтисадты үҫтереү буйынса сараларҙа ауыл хужалығының да аталыуы бөтөнләй ғәжәпкә ҡалдыра, сөнки баҙар иҡтисады йылдарында ошонан да күберәк зыян күргән тармаҡты табыуы ауыр.
Башҡа кандидаттар нимә вәғәҙә итә? Яңыраҡ КПРФ башлығы Г. Зюганов иң элек мәғариф тураһында закон ҡабул итеү зарурлығы тураһындағы фекере менән уртаҡлашты. Сөнки үҫеп килеүсе быуын проблемаһын хәстәрләмәй тороп, илдең киләсәге хаҡында һүҙ алып барыу етди түгел. Бынан тыш, коммунистарҙың төп сәнәғәт тармаҡтарын национализациялау, ауыл хужалығын ҡайтанан ҡоралландырыу, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәтте тергеҙеү кеүек программалары күптән билдәле.
«Ғәҙел Рәсәй» фирҡәһенән кандидат С. Миронов мәхкәмә системаһын үҙгәртеү, «яңы социализм» төҙөү идеяларын алға һөрә. Уныңса, федераль хөкүмәттең төрлө сәйәси фирҡәләр вәкилдәрен берләштереүе, йәғни коалицион булыуы маҡсатҡа ярашлы.
ЛДПР-ҙың алмаштырғыһыҙ юлбашсыһы В. Жириновский һаман да милли республикаларҙы бөтөрөү, рус халҡын Конституцияға дәүләтте ойоштороусы милләт булараҡ теркәү идеялары менән яна. Һайлана ҡалһа, эш хаҡын арттырырға, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә, эшҡыуарҙарҙы яҡларға, террорсыларҙы бөтөрөргә һ.б. ниәтләүен белдерә.
Рәсәйҙең власть олимпына дәғүә итеүселәр араһында М. Прохоровтың һайлау алды программаһы ҡыйыулығы, үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Һайлана ҡалһа, миллиардер федераль округтарҙы бөтөрөргә, федерация суъекттары башлыҡтарын туранан-тура граждандар тарафынан һайлатыу кеүек конституцион принципты тергеҙергә һүҙ бирә. Рәсәйҙең көслө һәм бойондороҡһоҙ хоҡуҡи системаһы буласаҡ, бойондороҡһоҙ матбуғат икенсе һулыш аласаҡ һәм власть көслө йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында буласаҡ, ти Прохоров. Илдең иҡтисади курсын үҙгәртеү, һалым сәйәсәтен ҡайтанан ҡарап сығыу ҙа кисектергеһеҙ бурыстар иҫәбендә. Беҙгә, ти кандидат, хөкүмәттең шәхси инициативаға юл биреүенә, коррупцияның ҡыҫымынан ҡотолоуға өлгәшеү мөһим. Рәсәйҙең үҙ үҫеш юлы бар, тигән уйлап сығарылған нәмәнән азат булырға кәрәк, сөнки ул илгә инвестициялар һалырға теләүселәр мәнфәғәте менән тап килмәй. Беҙгә, ти миллиардер, Европаса үҫеш юлынан барыу мотлаҡ.
Берләшкән социал-демократтар «Яблоко» сәйәси фирҡәһенән президентлыҡҡа кандидат Г. Явлинский «закон алдында һәр кем тиң хоҡуҡлы», «хосуси милек тейелгеһеҙ», «иҡтисад – үтә күренмәле» лозунгыларын үҙенең база принциптары тип атай. В. Путиндан башҡа, кандидаттарҙың барыһы ла Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙы яңынан үткәреү идеяһын күтәрә, сөнки был саҡырылыш депутаттары граждандар ихтыярын сағылдырмай. М. Прохоров һайлауҙы ошо йылдың декабренә тәғәйенләү өсөн сығыш яһаһа, В. Жириновский уны майға тәғәйенләү яғында.
Әлбиттә, Рәсәйҙең власть үрен алдағы алты йылда кем биләйәсәге һайлаусылар ихтыярына бәйле. 4 декабрь ваҡиғаларынан һуң һайлау һөҙөмтәләренә туранан-тура йоғонто яһарға маташыуға был юлы урын ҡалмаҫ кеүек. Ләкин В. Путиндың һайлау штабы башлығы В. Володиндың үҙ кандидатын тәүге турҙа уҡ һайлатыу бурысын ҡуйыуы административ ресурстың ҡулланылыу ихтималлығына ишара яһай.
Рәсәй тағы ла юл сатында, беҙҙең тағы бер хатаға юл ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ, ти ошо айҡанлы Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Олег Богомолов. Уңайлы инвестицион климат тыуҙырыу, коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында әллә күпме һөйләргә мөмкин. Ләкин кешеләр әхлаҡһыҙлыҡ, ғәҙелһеҙлектең хөкөм һөрөүен, уларҙың юғарынан килеүен күреп тора. Илде һауыҡтырыуҙы эске тормошто үҙгәртеүҙән, маҡсат ҡуйыу­ҙан башларға кәрәк.
Ә үҙгәрештәрҙе тик яңы кешеләр генә башларға һәләтле. 90-сы йылдарҙа төрлө даирәләрҙә нығынып алған, идара дилбегәһен әле лә ҡулдан ысҡындырырға теләмәгән команданың быға һәләтһеҙлеге күренеп тора. Улар Рәсәйҙең иртәгәһе лә кисәге кеүек ҡалыуын хәстәрләй. Яңы йыл алдынан Кремль менән федераль хөкүмәттә булып үткән кадрҙар алмашыныу тап ошо хаҡта һөйләй. Фигураларҙы күсереп ултыртыу ғына уйынға хәл иткес йоғонто яһай алмай. Яңы көслө фигуралар кәрәк.

Мәхмүт Хужин
Читайте нас: