Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2012, 16:18

«Титаник»тың яҙмышын ҡабатлай яҙҙы...

Джильо утрауы эргәһендә меңәрләгән пассажиры булған «Коста Конкордия» судноһы һәләкәткә тарыны Италия ярҙарында булған һәләкәтте үткән ял көндәре телевизорҙан һәр кем хәүефләнеп ҡарағандыр. Ғәләмәт ҙур лайнер − «Коста Конкордия» меңәрләгән пассажиры менән, ҡаяға бәрелеп, тотош тигәндәй һыу аҫтына китте. Фажиғә шәмбе кисендә Тоскана ярҙарынан алыҫ түгел урынлашҡан Джильо утрауы янында булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 62 илдән 3216 пассажир ултырған, ошо иҫәптә йөҙләгән Рәсәй гражданы ла бар, тағы ла меңләп кеше − хеҙмәтләндереүсе персонал һәм экипаж. Судноның капитаны Скеттино раҫлауынса, был круиз карабы курсынан тайпылмаған, ә навигация картаһында күрһәтелмәгән ҡаяға бәрелгән.

«Титаник»тың  яҙмышын ҡабатлай яҙҙы...
«Титаник»тың яҙмышын ҡабатлай яҙҙы...
Джильо утрауы эргәһендә меңәрләгән пассажиры булған «Коста Конкордия» судноһы һәләкәткә тарыны

Италия ярҙарында булған һәләкәтте үткән ял көндәре телевизорҙан һәр кем хәүефләнеп ҡарағандыр. Ғәләмәт ҙур лайнер − «Коста Конкордия» меңәрләгән пассажиры менән, ҡаяға бәрелеп, тотош тигәндәй һыу аҫтына китте. Фажиғә шәмбе кисендә Тоскана ярҙарынан алыҫ түгел урынлашҡан Джильо утрауы янында булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 62 илдән 3216 пассажир ултырған, ошо иҫәптә йөҙләгән Рәсәй гражданы ла бар, тағы ла меңләп кеше − хеҙмәтләндереүсе персонал һәм экипаж. Судноның капитаны Скеттино раҫлауынса, был круиз карабы курсынан тайпылмаған, ә навигация картаһында күрһәтелмәгән ҡаяға бәрелгән.
Өс меңләгән пассажир Урта диңгеҙ буйлап сәйәхәт (круиз хаҡы бер нисә мең евро тәшкил итә) башлауға бәйле тантаналы киске ашҡа йыйылып, ҡалаҡҡа ла тотоноп өлгөрмәй ҡала. Иң тәүҙә ут һүнә, артабан ҡаты бәрелгән тауыш ишетелә һәм судно еңелсә ҡыйшая. Экипаж халыҡты тынысландырып, ҡотҡарыу жилеттары кейергә тәҡдим итә, палубаға күтәрелергә ҡуша. Был ваҡытҡа лайнерға һыу тула башлай инде. Кемдер һыуға һиҙмәҫтән ҡолай, ә кемдер ҡурҡышынан үҙе һикерә. Пассажирҙарҙы тулы ҡеүәттә эвакуациялау бары тик ярты төн үткәс кенә башлана...
Туристарҙың күбеһе – итальяндар, беҙҙең ватандаштар, француздар, немецтар, япондар, һиндтар һ.б. Уларҙы ҡотҡарыуға вертолеттар йәлеп ителгән, яҡын тирәләге ҡалаларҙың дауаханалары зыян күреүселәрҙе ҡабул иткән.
«ҡара йәшник»те «уҡыу» күрһәтеүенсә, ҡатмарлы хәл килеп тыуғас та экипаж ярҙам һорамаған, SOS ебәрмәгән, киреһенсә, барыһы ла һәйбәт, тип ышандырған. Тәүгеләрҙән булып команда менән яр буйы һағы бәйләнешкә сыҡҡан.
Судно хужаһы компанияһы үҙ аллы тикшереүҙәр башлаған. Улар фекеренсә, капитан бер нисә хата ебәргән. Шуныһы ла бар: капитан һәләкәт урынынан тәүгеләрҙән булып ҡасҡан, имеш. Әле Франческо Скеттино ҡулға алын­ған, уға 12 йылға тиклем төрмә янай.
Һәләк булғандар исемлегендә тиҫтәгә яҡын кеше, йөҙгә яҡыны йәрәхәттәр алған, ә ҡырҡлабы хәбәрһеҙ юғалған. ҡотҡарыу эштәре өс тәүлек дауам итә, һаман да тереләр табыла. Сәйәхәткә сығыусы 111 Рәсәй кешеһенең һәммәһе лә иҫән.
Лайнер багынан ағып сыҡҡан яғыулыҡтың һыуҙы бысратыу хәүефе ҙур. Урындағы экосистемаға һәм һыу аҫты тереклегенә етди генә ҡурҡыныс янай, тип белдерә экологтар.

Әйткәндәй

Судноның хаҡы − 450 миллион евро, оҙонлоғо – 290 метр, мең ярым каюталы, дүрт бассейнлы, биш рестораны һәм 13 бары бар. Әлегә ул утрау янында ярым батҡан килеш тора.
Читайте нас в