Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2012, 16:11

Һайлау тамам. Һайлау көтөлә

БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай йортонда Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы үткән һайлауҙарға йомғаҡ яһап, яңыларына бурыс билдәләне. Ултырышта ҡала округтары һәм муниципаль райондар советы секретарҙары, территориаль һайлау комиссияларының рәйестәре, система администраторҙары ҡатнашты.Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, ил әһәмиәтендәге сәйәси сараны ойошҡанлы үткәргән урын­дар­ҙағы комиссияларға рәхмәт белдереп, республика буйынса дөйөм йомғаҡ яһаны. Һандарға туҡталғанда, беҙҙә барлығы 2 млн 389 мең 963 кеше тауыш бирергә килгән. Был дөйөм һайлаусыларҙың 79,2 процентын тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн шуныһын да әйтеп үтергә мөмкин − 2007 йылғы һайлауҙа әлеге күрһәткес 89,7 процентҡа тиң булған. Рәсәй субъекттары араһында электораттың әүҙемлеге буйынса республика унынсы урында тора.

Һайлау тамам. Һайлау көтөлә
Һайлау тамам. Һайлау көтөлә

БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай йортонда Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы үткән һайлауҙарға йомғаҡ яһап, яңыларына бурыс билдәләне. Ултырышта ҡала округтары һәм муниципаль райондар советы секретарҙары, территориаль һайлау комиссияларының рәйестәре, система администраторҙары ҡатнашты.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, ил әһәмиәтендәге сәйәси сараны ойошҡанлы үткәргән урын­дар­ҙағы комиссияларға рәхмәт белдереп, республика буйынса дөйөм йомғаҡ яһаны. Һандарға туҡталғанда, беҙҙә барлығы 2 млн 389 мең 963 кеше тауыш бирергә килгән. Был дөйөм һайлаусыларҙың 79,2 процентын тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн шуныһын да әйтеп үтергә мөмкин − 2007 йылғы һайлауҙа әлеге күрһәткес 89,7 процентҡа тиң булған. Рәсәй субъекттары араһында электораттың әүҙемлеге буйынса республика унынсы урында тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 4 декабрҙә үткән һайлау һөҙөмтәләре буйынса бөгөн РФ Дәүләт Думаһында республиканан 16 депутат һайланып, уларҙың 12-һе – «Берҙәм Рәсәй»­ҙән, Коммунистар партияһынан – икәү һәм «Ғәҙел Рәсәй» менән ЛДПР-ҙан – берешәр (2007 йылда власть партияһынан − 14, коммунистарҙан бер депутат һайланған булған).
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: үткән һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булмаусылар етерлек, участкаларҙағы хоҡуҡ боҙоу­ҙар буйынса ла тикшереү эштәре бара. Митингыларға килгәндә, бөгөн унда ҡатнашыусыларҙың күбеһенең һайлауға бер ҡыҫылышы ла булмауы, бәғзеләренә майҙанға сыҡҡаны өсөн аҡса түләнеүе, көнөн нисек үткәрергә белмәй, эшһеҙ-ашһыҙ ятыусылар булыуы хаҡында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Нисек кенә булмаһын, декабрь ваҡиғалары ил тарихына яҙылды.
РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙы яҡшы үткәреү өсөн әҙерлек етди барҙы. Башҡортостанда йәш һайлаусылар менән эшкә лә ҙур иғтибар бирелде. Был әлеге һайлауҙа ғына түгел, ә һәр бер сәйәси ваҡиғала шулай. Хәйҙәр Вәлиев белдереүенсә, 30 йәшкә тиклемге тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандар иҫәбе 506 мең 546 булған. Шуларҙың 93 мең дә 434-е декабрҙә тәүгә һайлаған. Йәштәрҙең әүҙемлеге күрһәткесе 68,65 процентҡа тиң.
Тағы ла бер категория − инвалидтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Республикала һайлау йәшендәге мөмкинлектәре сикләнгән граждандар 117 мең 405 кеше. Уларҙың 69,17 проценты тауыш бирергә килгән. Республикала алты участкала һуҡырҙар өсөн махсус ҡорамалдар ҡуйылған, 905 участкала – терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған кешеләр өсөн. Был тәңгәлдә эшләйһе эштәр байтаҡ.
Башҡортостанда 15 сит ил күҙәтеүсеһе эшләне. Улар, дөйөм һайлау принциптары тулы кимәлдә үтәлде, тип белдергән.
Рәсәйҙә 4 мартта ил Президентын һайлау көтөлә. Бынан тыш, беҙҙең республикала муниципаль берәмектәр депутаттары ла һайланасаҡ.
Ултырышта һайлау үткәреү өсөн бүленгән аҡсаны үҙләштереү, финанс отчеттары төҙөү, документтар менән эшләү, бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү аппараттары (КОИБ) ҡулланыу хаҡында төплө мәғлүмәт бирелде. Был темаға докладтар менән БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова, секретары Марина Долматова һәм мәғлүмәт үҙәге начальнигы Риф Арыҫланов сығыш яһаны.
Бер һүҙ менән әйткәндә, был юҫыҡта ла ойоштороусыларҙың яуаплы һәм намыҫлы эше, белеме талап ителә. Тағы шуныһы: иң төп бурыстар иҫәбенә һайлау ҡануниәтен күҙәтеү, комиссияларҙың власть, партиялар, киң мәғлүмәт саралары, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара килешеп эшләүе һөҙөмтәһен күтәреү, граждандар­ҙың һайлау хоҡуғын тәьмин итеү индерелә.
Мартта буласаҡ һайлауҙың яңылыҡтары ла юҡ түгел – бюллетен­дәр­ҙе комплекслы эшкәртеү аппараттары һаны арттырыла, Өфө менән Стәрлетамаҡта үтә күренмәле урналар һәм барлыҡ участкаларҙа ла веб-камералар ҡуйыласаҡ. Был һайлауҙың асыҡ булыуын күрһәтеү, һәр төрлө хоҡуҡ боҙоу­ҙарҙы булдырмау өсөн эшләнә.

(Фотолар БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан алынды).
Читайте нас: