Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2012, 15:41

Брянск фажиғәһе ҡабатланмаһын өсөн

Брянскиҙағы фажиғәнән һуң (йәш әсә этеп китеп барған коляска алдында ер убылыуы арҡаһында бала унда төшөп китеп һәләк булған) Өфөнөң бөтә инженер коммуникацияларына төплө тикшереү үткәрелә – был эште башҡарыуға, баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов әйтеүенсә, урындағы власть тарафынан бер ай ваҡыт бирелгән.

Республикала һыу үткәргес системаһының хәл-торошон яҡ­шыртыу эше менән биш йыл элек шөғөлләнә башлағандар. Һуңғы йыл ярым эсендә коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең был йүнәлештәге эшенә иғтибар тағы ла көсәйтелгән. Канализация селтәренә заманса ҡорамалдар ярҙамында даими мониторинг үткәрелеп тора. Өфөлә инженер коммуникацияларының туҙыуы 60 – 62 процент тәшкил итә, шунлыҡтан улар­ҙы алмаштырыу буйынса ҡала программаһы төҙөлә. Иҫке системаны алмаштырыу килеп сыҡҡан хәлде тулыһынса юлға һала алмай – заманса технологиялар ҡулланып, яңы инженер селтәрен төҙөргә тура киләсәк. Был проблеманы хәл итеү бер көнлөк кенә эш түгел, шуға күрә ҡалала әлегә авариялар ихтималлығын булдырмау буйынса эш алып барыла.
Читайте нас: