Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2012, 15:43

Ҡараҡтар байрамда ла тик ятмай

Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, йылды шулай үткәрерһең, тип йыш ҡабатлайбыҙ. Ошо юрау юш килһен тип, мул табын әҙерләйбеҙ, иң изге теләктәр теләйбеҙ. Бөтә Өфө ҡалаһы халҡы ил Президенты мөрәжәғәтен тыңлаған мәлдә өс йәш егет Р. Зорге урамындағы ювелир оҫтаханаһының тәҙрә рәшәткәһен бысыу менән шөғөлләнә. Бар халыҡ байрам иткәндә уларға иғтибар биреүсе булмаҫ тигән ышаныста була улар. Егеттәрҙең оҫтаханаға үтеп инеүе була, шундуҡ сигнализация эшләй башлай. Һанаулы минуттар эсендә ведомствонан тыш һаҡ экипажы ваҡиға урынына килеп тә етә. ҡараҡтар бинанан сығып, автомобилдә ҡасыр­ға маташа. Әммә урамда китеп барған берҙән-бер машинаны туҡтатыу полицияға бер ни тормай.

Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, йылды шулай үткәрерһең, тип йыш ҡабатлайбыҙ. Ошо юрау юш килһен тип, мул табын әҙерләйбеҙ, иң изге теләктәр теләйбеҙ.
Бөтә Өфө ҡалаһы халҡы ил Президенты мөрәжәғәтен тыңлаған мәлдә өс йәш егет Р. Зорге урамындағы ювелир оҫтаханаһының тәҙрә рәшәткәһен бысыу менән шөғөлләнә. Бар халыҡ байрам иткәндә уларға иғтибар биреүсе булмаҫ тигән ышаныста була улар. Егеттәрҙең оҫтаханаға үтеп инеүе була, шундуҡ сигнализация эшләй башлай. Һанаулы минуттар эсендә ведомствонан тыш һаҡ экипажы ваҡиға урынына килеп тә етә. ҡараҡтар бинанан сығып, автомобилдә ҡасыр­ға маташа. Әммә урамда китеп барған берҙән-бер машинаны туҡтатыу полицияға бер ни тормай.
Хәҙер закон боҙоусы егеттәр тәфтишсенең һорауҙарына яуап бирә. Улар ювелир оҫтаханаһынан ҙур күләмдә булмаған техник көмөшкә ҡул һуҙған икән. Был егеттәргә яңы аяҡ баҫҡан йылды рәшәткә артында уҙғарырға тура килер, күрәһең.
Читайте нас: