Былтыр Башҡортостанда браконьерҙар йөҙҙән ашыу ҡырағай йәнлек һәм ҡошто үлтергән. Бер кем өсөн дә сер түгел: браконьерҙарҙың эшмәкәрлеген тулыһынса тикшереп тороп булмай, ысынбарлыҡта үлтерелгән йәнлектәр тағы ла күберәк.
2011 йылда республикала законһыҙ рәүештә һунар итеү барышында дүрт айыу, һигеҙ ҡиммәтле тиреле йәнлек һәм 92 тояҡлы йән эйәһе атып алынған, тигән рәсми мәғлүмәт еткерәләр. Улар араһында 29 ҡабан сусҡаһы, 45 мышы бар. Хатта «ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән аҡҡоштарҙы атырға йөрьәт итеүселәр табыла.
Бынан тыш, ҡырағай йәнлек һәм ҡоштар юл-транспорт фажиғәләренә лә эләгә, ҡабан сусҡалары, мышылар трассала елдергән машиналар аҫтында ҡала.