Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2011, 15:05

Социаль торлаҡ төҙөләсәк

Республикала булдырыл­ған «Торлаҡҡа мохтаж граждандарҙы иҫәпкә алыу» берҙәм электрон базаһы торлаҡһыҙҙар һанын теүәлләү, бер үк кешегә ҡабат-ҡабат дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә юл ҡуймау, муниципалитеттарҙа социаль торлаҡ төҙөү кәрәклеген теүәлләү мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта граждандар өсөн социаль программаларға, торлаҡ бүлеүгә, торлаҡҡа сират мәсьәләләренә ҡағылышлы мәғлүмәт алыу форсаты ла тыуа.

Бынан тыш, урындағы үҙидара һәм дәүләт власы органдары менән берлектә урындарҙа киләһе биш йыллыҡта торлаҡ төҙөлөшө өсөн яраҡлы булған ер участкалары тураһында мәғлүмәттәр ҙә булдырыл­ған. Һөҙөмтәлә 16 муниципалитетта социаль йүнәлештә эшләүсе коммерция булмаған ойошмаларға бушлай ер биреү тәртибе ҡаралған. Әле 23 муниципаль ойошма инженер инфраструктураһы булған 31 ер участкаһын 2012 – 2013 йылдарҙа социаль торлаҡ төҙөү өсөн бирергә әҙер. Өфөлә бындай торлаҡ төҙөлөшөн Кузнецов затоны һәм Көнсығыш Затон микрорайонында башлау мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас: