Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2011, 15:01

Башҡортостанда тәүге мосолман банкы эшләй башланы

Республикабыҙҙа йыл тамамланыр алдынан тәүге мосолман банкы асылды. БР Милли банкы рәйесе урынбаҫары Марат Кашапов халҡының яртыһы тиерлек мосолман динен тотҡан республикала бындай банк асылыуының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.Банкының подразделениелары, эш принциптары һәм финанс продукттары тулыһынса шәриғәт ҡанундарына яуап бирә. Банк белгестәре һүҙҙәренсә, ислам банкингына ҡарата ҡыҙыҡһыныу республикала артҡандан-арта бара.

Башҡортостанда тәүге мосолман банкы эшләй башланы
Башҡортостанда тәүге мосолман банкы эшләй башланы

Республикабыҙҙа йыл тамамланыр алдынан тәүге мосолман банкы асылды. БР Милли банкы рәйесе урынбаҫары Марат Кашапов халҡының яртыһы тиерлек мосолман динен тотҡан республикала бындай банк асылыуының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Банкының подразделениелары, эш принциптары һәм финанс продукттары тулыһынса шәриғәт ҡанундарына яуап бирә. Банк белгестәре һүҙҙәренсә, ислам банкингына ҡарата ҡыҙыҡһыныу республикала артҡандан-арта бара.
Шәриғәт ҡануны буйынса, мосолман банкы кредит биреүҙең ғәҙәти моделенән − процент ставкаларынан сигенә, сөнки ҡөрьән буйынса үтескә биреп торған аҡса өсөн процент түләтеү гонаһ эш һанала. Шуға күрә мосолман банкы һәр алыш-биреш ғәмәленә документтарҙы инвестиция һалыу кеүек тултыра − киләсәктә үҙ клиентының килгән төшөмөндә уның үҙ өлөшө буласаҡ.
Мосолман банкы уйын бизнесын, алкоголь һәм тәмәке индустрияһы вәкилдәрен, шулай уҡ сусҡа итен етештереүсе һәм эшкәртеүсе аграрийҙарҙы хупламай. БР мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт һүҙҙәренсә, улар үҙ яғынан халыҡҡа дини принциптарҙы көнкүрештә генә түгел, ә үҙҙәренең аҡсаға бәйле эштәрендә лә ҡәтғи һаҡлау кәрәклеген аңлатыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.
Мосолман банкының эш принциптарына ҡаршылар ҙа, яҡлап сығыш яһаусылар ҙа бар. Һуңғылары бындай банк активтарының ышаныслы булыуына баҫым яһай, сөнки һәр алыш-биреш ғәмәле матди яҡтан нығытыл­ған була.

Р. ЙӘНСУРИНА.
Читайте нас: