Ил буйынса “Намыҫлы һайлауҙар өсөн!” девизы аҫтында митингылар дауам итә
Мәскәүҙә шәмбелә үткән протест акцияһында 30 меңләгән кеше ҡатнашҡан. Ә рәсми булмаған сығанаҡтарҙа хатта 100 меңгә еткән тип белдерәләр.
«Беҙ суд һәм прокуратураларға меңләгән ғариза яҙҙыҡ, һәр тауышыбыҙҙы яҡлаясаҡбыҙ, − тине үҙ сығышында «Яблоко» партияһын ойоштороусыларҙың береһе Григорий Явлинский. − Маҡсатыбыҙ − властан айырым кешеләрҙе алып ташлау түгел, ә бер системаны закон барыһына ла бер иш булғанын таныған икенсеһе менән алмаштырыу».
Митингыға сығыусыларҙың талабы үҙгәрмәгән − ул РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау үткәндән һуң шундуҡ ойошторолған акция талабы менән бер − РФ Үҙәк һайлау рәйесе Владимир Чуровты отставкаға ебәреү, сара барышында булған хоҡуҡ боҙоусыларға яза биреү һәм яңынан һайлау үткәреү.
Журналист Леонид Парфенов фекеренсә (уның сығышын алдан төшөрөлгән видеояҙманан яңғыраттылар), һайлау һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булмағандар һайлаусы берекмәһе төҙөргә тейеш. Әйткәндәй, ойоштороусылар митингыға оппозицияның түгел, ә халыҡтың сығыуын билдәләй.
Ораторҙар араһында яҙыусы Борис Акунин, оппозиционерҙар Борис Немцов, Владимир Рыжков, блогер Алексей Навальный, «теле һәм шау-шоуҙар йондоҙо» Ксения Собчак кеүек кешеләр булды.
Был юлы ойоштороусылар техник яҡтан да яҡшы әҙерләнгән: сәхнә төҙөлгән, тауыш та сифатлы көйләнгән. Улар яңынан барыһын да февралдә майҙанға йыймаҡсы.
«Намыҫлы һайлауҙар өсөн» акцияһы Өфөнөң Рус драма театры бинаһы алдында ла уҙҙы. Тәүҙәрәк унда 30-лап кеше йыйылһа, һуңғараҡ тағы 170-ләбе килеп ҡушылған. Бында ҡатнашыусылар, 4 декабрҙәге һайлау һөҙөмтәләре менән килешеүсәнлек сәйәсәтенә ҡаршылыҡ белдереп, БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтайға мөрәжәғәт ҡабул итте.
Халыҡ өсөн эшләргә, тигәнде һәр саҡ иҫтә тотайыҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡатнашты. Республика башлығы үҙ сығышында РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләрен әйтеп, киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.
Власть партияһы Башҡортостанда 70 процент тауыш йыйған һәм ил парламентына төбәктән 12 депутат үткән. Президент фекеренсә, алда бик ҙур бурыстар тора. Күп кешеләр ҡатнашлығында митингылар үтеүе лә юҡҡа түгелдер, сөнки илдә сәйәси хәл үҙгәрҙе. Хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә РФ Дәүләт Думаһына ла, «Берҙәм Рәсәй»гә лә дәғүәләр етерлек. Шул уҡ торлаҡ проблемаһы, түбән хеҙмәт хаҡы, эшһеҙлек − әлбиттә, халыҡ быға ҡәнәғәт түгел. Властың халыҡтан алыҫлашыуын да танырға кәрәк.
− «Берҙәм Рәсәй» бренды бер аҙ төштө, − тип иҫәпләй Рөстәм Зәки улы. – Шуға ла Өфөнөң күп һайлау участкаларында уның 30 проценттан да кәмерәк булыуына, бәлки, аптырарға ла түгелдер. Эш партия ағзаларында. Ундағы олигархтарҙа. ҡала халҡы уларға ышанып етмәй. Ә бына ауылда партияны ныҡ ҡына хуплайҙар, киләсәккә өмөт менән ҡарайҙар.
Республика башлығы сығышында сәйәси хәлдең тиҙ генә яйланмаясағын да әйтеп үтте. Ни өсөн тигәндә, власть өсөн оппозиция барлыҡ ысулдарҙы ла яҡшы тип иҫәпләй, даими көсөргәнеш тыуҙырыу ҙа улар өсөн бер ни түгел. Шуға әлеге сәйәси көрәште ваҡыт ысынбарлығы тип дөрөҫ аңларға һәм власть партияһына халыҡ күрһәткән ышанысты аҡларға тырышырға кәрәк.
Алда тағы ла һайлау. Уның да әлеге кеүек үк ҡатмарлы булыуы мөмкин. Халыҡ, һәр кандидатты эше, фекерҙәре, күҙаллауҙары буйынса баһалап, тауыш бирергә килер, тип өмөтләнә БР Президенты.
А. ЗИННУРОВА.