Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2011, 14:54

Өс һөйләм менән

Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыл башынан дөйөм майҙаны 1700,5 мең квадрат метрға тиң 18 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был­тырғы кимәлгә ҡарағанда был 6,6 процентҡа күберәк. Республика халҡының 1000 кешеһенә иҫәпләгәндә, дөйөм майҙаны 418 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыл башынан дөйөм майҙаны 1700,5 мең квадрат метрға тиң 18 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был­тырғы кимәлгә ҡарағанда был 6,6 процентҡа күберәк. Республика халҡының 1000 кешеһенә иҫәпләгәндә, дөйөм майҙаны 418 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

Башҡортостандың рәсми де­ле­гацияһы эш сәфәре менән Латвияла булды. Уның составында республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камилә Дәүләтова һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Юрий Стульников булды. Сара Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Ригалағы «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге ярҙамында Рига Думаһының саҡырыуы буйынса ойошторолған.

Башҡорт дәүләт университетында «Күп милләтле Рәсәй киңлегендә рус әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең урыны» тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыуға һәм Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте, БР Халыҡтары ассамблеяһы, Фәндәр академияһы, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фонды вәкилдәре, Мәскәү, Өфө ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән ғалимдар, күренекле фән эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Кисә Өфөнөң Зорге урамындағы ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йортонда янғын сыҡҡан. Тиҙ арала халыҡ һәм персонал эвакуациялана, ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта 61 йәшлек ирҙең мәйетен таба. Уның тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында янғын сыҡҡандыр, ти белгестәр.

Башҡортостанда 2012 йылдың 20 ғинуарына тиклем уҡыу йорттары сығарылыусылары өсөн эш урынына квота бүлеү тураһында закон проекты әҙерләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ярҙамы менән юғары һәм урта уҡыу йорттарын тамамлаусы өс меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ республика предприятиеларында стажировка үтә ала. Был сара ағымдағы йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Республиканың иҡтисад өлкә­һендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәшеү подразделениеһы оперативниктары Өфөнөң Менделеев урамындағы ҙур уйын клубының эшмәкәрлегенә сик ҡуйған. Ике йөҙҙән ашыу аппараты булған залға тик ышаныслы клиенттарҙы ғына индергәндәр, тәртип һаҡсылары хәйлә менән унда үтеп, закон боҙоу фактын теркәгән. Шундай уйын клубтары Өфөнөң Калинин һәм Октябрь райондарында, Нефтекама ҡалаһында фашланған.

«Ихлас» мәсетендә Вилә ҡазы­ханова авторлығында дини әхлаҡ нигеҙҙәренә арналған китап донъя күргән. Был баҫманы әҙерләүгә психология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Рәхимов ҙур өлөш индергән. Автор шәриғәт ҡанундарына таянып, «Иҫереккә – диңгеҙ тубыҡтан», «Изгелек – иң ҙур байлыҡ», «Табында сама бел» өлөштәрендә проблемаларҙан сығыу юлын һүрәтләй.

21 декабрҙән «Өфө» аэропортынан Баҡы ҡалаһына даими рейс асыла. Пассажирҙар ташыу менән «РусЛайн» авиакомпанияһы шөғөлләнәсәк. Бөгөн «РусЛайн» бер нисә йүнәлештә осоштар яһай, улар араһында Краснодар, Яңы Уренгой, Нижневартовск ҡалалары ла бар.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: