РФ Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан төбәк исемлеге өсөн республика һайлаусылары 70,5 процент тауыш бирҙе. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. 4 декабрҙә һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының юғары тауыш йыйыуы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән кандидаттар өсөн 12 депутат мандаты тәьмин итте.
Билдәле булыуынса, төбәк исемлеген етәкләүсе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика башлығы вазифаһында ҡалырға ҡарар итеүе тураһында белдерҙе. Шулай итеп, «Берҙәм Рәсәй» төбәк партияһынан 12 кеше Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат булды. Улар:
1. Павел Крашенинников
2. Зөһрә Рәхмәтуллина
3. Павел Качкаев
4. Марсель Йосопов
5. Александр Дегтяров
6. Иршат Фәхретдинов
7. Рима Батталова
8. Әнүәр Мәхмүтов
9. Виктор Климов
10. Сәлиә Мырҙабаева
11. Рафаэль Мәрҙәншин
12. Владимир Поцяпун.
Бынан тыш, Коммунистар партияһынан Андрей Тычинин менән Александр Ющенко, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды.
«Республика мәнфәғәтен әүҙем яҡлағыҙ»
16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Башҡортостандан һайланған алтынсы саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.
Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль исемлеге буйынса һайланған ун депутат – Рима Батталова, Александр Дегтяров, Павел Качкаев, Виктор Климов, Рафаэль Мәрҙәншин, Әнүәр Мәхмүтов, Сәлиә Мырҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллина, Иршат Фәхретдинов, Марсель Йосопов һәм Коммунистар партияһынан Андрей Тычинин менән Александр Ющенко, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы һайлауҙарҙағы еңеүе менән ҡотланы һәм Башҡортостан депутаттарының быйылғы составының федераль парламенттың түбәнге палатаһында ҙур ғына урын биләүен (дөйөм алғанда, 16 кеше) билдәләне. Улар араһында 12 депутат – «Берҙәм Рәсәй» партияһынан, икәүһе – Коммунистар партияһынан һәм ЛДПР менән «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан берәр вәкил. Элек Дәүләт Думаһында Башҡортостандан ике генә партиянан вәкил булһа, хәҙер иһә дүрт партиянан да депутат бар.
– Беҙгә тап шул кәрәк тә. Бына шул була алға ынтылыш, демократия, – тине Президент депутаттар менән осрашыуҙа, үҙенең илдең сәйәси аренаһындағы барлыҡ сәйәси көстәрҙең диалогы яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып. Рөстәм Зәки улы депутаттарҙы эшкә яуаплы ҡарарға, республикаға файҙа килтерергә саҡырҙы һәм кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән өҫтөнлөклө бурыстар менән таныштырҙы.
– һеҙ беҙҙең инициативаларҙы алға этәреүҙә, республика мәнфәғәтен яҡлауҙа әүҙемлек күрһәтергә тейешһегеҙ, – тине ул. – Республикаға ресурстар, финанстар, эре инвестиция проекттары, кадрҙар йәлеп итеүгә барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк.
С. АМАНТАЕВА әҙерләне.