Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2011, 21:03

25 млн доллар аласаҡбыҙ

8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Райффайзенбанк республикаға 25 млн доллар кредит биреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документтың ғәмәлдәге ваҡыты – бер йыл. Кредит 2012 йылдың бюджетына һалынған маҡсаттарға йүнәлтеләсәк. БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был килешеү иҫәп буйынса 14-се булып тора. Беренсе тапҡыр Башҡортостан 1998 йылда халыҡ-ара финанс баҙарына сыға. Ул ваҡытта республикаға «Эйч-Эс-Би-Си» инглиз банкы һәм Мәскәү Халыҡ банкы кредит бирә. 2003 йылдан республика йыл һайын сит ил финанс институттарынан аҡса алып тора. Бөтә финанс бурыстарын да республика ваҡытында һәм тулы килеш үтәй. Шуға күрә лә уның репутацияһы ла ҙур һәм сит ил банкылары менән эшләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Райффайзенбанк республикаға 25 млн доллар кредит биреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документтың ғәмәлдәге ваҡыты – бер йыл. Кредит 2012 йылдың бюджетына һалынған маҡсаттарға йүнәлтеләсәк. БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был килешеү иҫәп буйынса 14-се булып тора. Беренсе тапҡыр Башҡортостан 1998 йылда халыҡ-ара финанс баҙарына сыға. Ул ваҡытта республикаға «Эйч-Эс-Би-Си» инглиз банкы һәм Мәскәү Халыҡ банкы кредит бирә. 2003 йылдан республика йыл һайын сит ил финанс институттарынан аҡса алып тора. Бөтә финанс бурыстарын да республика ваҡытында һәм тулы килеш үтәй. Шуға күрә лә уның репутацияһы ла ҙур һәм сит ил банкылары менән эшләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Читайте нас в