Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2011, 19:50

Башҡортостан миҫалында социаль туризмды үҫтерәсәктәр

Бындай программа иң тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлағайны. Хәҙер Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә уны үҙҙәрендә файҙаланмаҡсы. Башҡортостан инициативаһы федераль үҙәктә лә хуплау тапты. Декабрҙә республикала ошоға арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк, унда Башҡортостан үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Быйыл республика бюджетынан социаль туризмды үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуға 37 млн һум аҡса бүленгән. Шуға өҫтәп, программала ҡатнашыусылар үҙҙәре 15 млн һумға яҡын аҡса индерергә тейеш. Билдәле булыуынса, программа пенсия йәшендәге кешеләргә һәм инвалидтарға тәғәйенләнгән. Улар путевка хаҡының 30 процентын түләп кенә сәйәхәткә сығыу хоҡуғына эйә. Бындай мөмкинлек менән файҙаланыу өсөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының урындағы органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: